Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2019, 20:05

Беҙ яҡшыраҡ булдырасаҡбыҙ!

“Торатау” конгресс-холында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр ҡоро халыҡ-ара форумы булды.

“Торатау” конгресс-холында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр ҡоро халыҡ-ара форумы булды.


Йыйында Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктә­ренән 200-ҙән ашыу вәкил ҡат­нашты. Телекүпер аша Мәскәү һәм Силәбе ҡалаларында айырым майҙансыҡтар эшләне. Конференц-бәйләнеш системаһы аша Ҡаҙағстан, Германия, Швейцария, Бөйөк Британия, Франция һәм Италия вәкилдәре менән эш алып барылды.


Йәштәр советында делегаттар “Башҡорт халҡының үҫеш страте­гияһы”, шулай уҡ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү стратегияһы, глобаль мәҙәни экспансия стра­тегияһы, Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарға ярҙам итеү программаһы, милли мәға­риф системаһын үҫтереү кеүек проекттарҙы эшләү менән шөғөлләнде.


– Киләсәктә республикабыҙ әлеге йәштәр ҡулына күсһә, Баш­ҡортостаныбыҙ сәскә атасаҡ, — тип тәбрикләне форумда ҡатна­шыу­сыларҙы Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин. Ул июндә үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоро тураһында һөйләне һәм Страте­гияның нимә өсөн кәрәклеген аңлатты.


Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең ижтима­ғи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Азат Баҙранов шәхси яуаплылыҡ һәм үҙенең элек нисек йәмәғәтселек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүе тураһында бәйән итте.


– Һәр башҡорт, республика етәксеһе Радий Хәбировҡа оҡ­шап, биш тел белеүгә ынтылырға тейеш, – тине.

Сәләмләү тантанаһынан һуң йәштәр айырым майҙансыҡтарға таралды. Бында улар етәкселәре менән берлектә, милләт үҫешенә ҡамасаулаған йәки ярҙам иткән мәсьәләләрҙе билдәләп, хәл итеү юлдарын күрһәтте. Һөйләшеү тамамланыуға һәр команданың әҙер стратегияһы бар ине.


Форум һуңында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин үҙенең фекер­ҙәре менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты: “Ҡаҙағстан, Франция, Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан, Ырымбур, Силәбе, Сорғот һәм Рәсәйҙең башҡа ҡала­ла­рынан ҡатнашыусылар башҡорт халҡының үҫеш стратегияһына һигеҙ проект тәҡдим итте. Барыһы ла ҡыҙыҡлы, креатив һәм яңы. Иң әүҙем егерме йәш кеше Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты мандатын алды. Бындай әүҙем һәм алдынғы ҡарашлы йәштәр менән беҙ яҡшыраҡ булдырасаҡбыҙ!”


V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр ҡоро халыҡ-ара форумы сиктәрендә донъяның төрлө тарафтарынан йыйылған башҡорт йәштәренең фекерҙәрен, яңы тәҡдимдәрен ишетергә насип булды.


Иғтибарҙы йәлеп иткәне шул: йәш быуын вәкилдәре битараф түгел һәм һәр әйткән фекерҙәрен дәлилләп, иҫбатлап, ни өсөн тап шулай булырға тейешлеген аңлатырға тырыша. Башҡорт халҡының милли һыҙаттарын өйрәнеп, ошоға бәйле яңы тәҡдимдәр әйтелеүе ҡыҙыҡлы булды. Философия фәндәре кандидаты Зилә Рәхмәтуллина “Башҡорт халҡының менталитеты” тигән темаға диссертация яҡлағайны. Уның нигеҙендә ул “Башҡорт халҡының кодексы”н яҙған. Йәштәр шуға нигеҙләнеп, милләткә хас булған сифаттарҙы бөгөнгө заманда нисек файҙаланырға мөмкин булыуы тураһында яңы ҡараштар әйтте. Мәҫәлән, яйлап, һәр яҡлап уйлап эш итергә яратҡан башҡорттарҙың был фиғеле фәндә бик уңышлы ҡулланыла ала. Шулай уҡ әүәлге деүерҙәрҙән үк демократик асыллы башҡорттар төрлө донъяуи форумдарҙа ла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтеүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта башҡорттарға ғәҙеллек тойғоһо хас, шуға күрә был милли һыҙатты тейешле һәм кәрәкле урындарҙа файҙаланыу хаҡында ла фекер алышты йәштәр.


Тел мәсьәләһенә килгәндә, урыҫ телле башҡорттарҙан башҡортса белеүҙе талап иткәндәр күберәк булып сыҡты. “Башҡорт, башҡорт менән башҡортса аралаш!” – тине йәштәрҙең саялары. Шул уҡ ваҡытта телде белеп бөтмәгән йәштәрҙе лә ситкә этәрә алмайбыҙ. Әммә телде белеү, үҙ-ара аралашҡанда мөмкин тиклем башҡортса һөйләшеү кәрәк. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Ислам Төхвәтуллин хатта шундай һорау ҡуйҙы: “Әгәр залда ун кеше ултырып, уларҙың береһе генә башҡортса аңламаһа, беҙ ниндәй телдә аралашасаҡбыҙ? Ни өсөн беҙ башҡаларҙы уйларға тейешбеҙ?” Ундай аудиторияла, әлбиттә, тик башҡортса аралашыу зарур! Заман аты ғәйәт ҙур тиҙлек менән алға елә, шуға күрә беҙҙең ваҡлыҡтарға туҡталырға ваҡытыбыҙ юҡ. Башҡорттар башҡортса һөйләшһен, башҡорттар башҡортса уйлаһын, бер-береһенә терәк булһын! Милләтебеҙ хаҡындағы яҡты, яҡшы фекерҙәрҙе, мәғлүмәттәрҙе генә дөйөм халыҡ майҙанына сығарайыҡ!

Лариса АБДУЛЛИНА.
Читайте нас: