Ижади коллективтың һәр ағзаһына “Башҡортостан” гәзите килә.
Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк урта мәктәбе хеҙмәткәрҙәре башлап ебәргән “Тотош коллектив менән — “Башҡортостанға!” акцияһын Учалы районы Ураҙ ауылының “Ураҡсы ҡыҙ” фольклор төркөмө күтәреп алды. Ижади коллективтың һәр ағзаһына икенсе ярты йыллыҡта беҙҙең гәзит киләсәк. Әйткәндәй, бынан ике йыл элек тә “Ураҡсы ҡыҙ”ҙар республикабыҙҙың төп баҫмаһына дәррәү яҙылғайны.
Күпселек — Ураҙ килендәре
Төркөм 1986 йылда ул ваҡытта клуб мөдире булып эшләгән Риф Шәрипов һәм балаларға музыка серҙәрен өйрәтеүсе Гүзәл Зиннурова тарафынан ойошторола. Ауылдаштары алдында беренсе сығыш яһаған ваҡыттарында коллектив “Ураҡсы ҡыҙ” тигән йырҙы башҡара. Һуңынан ошо атама төркөмдөң исеме булып китә. Байтаҡ йылдар ураҙҙарҙы ғына түгел, тирә-яҡ тамашасыларын да шатландырған төркөм 2000 йылдарҙа тарҡалып та ала.
Ауылдаштарының буш ваҡытын файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәрергә бар көсөн һалған, гел яңылыҡҡа ынтылған Нәркизә Шәйәхмәтова китапханасы булып эш башлағас, ҡатын-ҡыҙҙар йәнә йыйылып, ҡул эштәре, аш-һыу серҙәре менән тәжрибә уртаҡлаша башлай. Түңәрәктең эшен йәнләндереүгә оҫта ҡуллы Илүзә Рәүилова ҙур өлөш индерә.
2011 йылда Ураҙ клубына “авария хәлендә” тигән мөһөр тағып, биш йылға ябып ҡуялар, әммә ошо шарттарҙа ла фекерҙәштәр юғалып ҡалмай, буш торған магазиндың бер өлөшөндә йыйылышырға булалар. Төркөмгә мәҙәниәткә бөтә күңелдәре менән бирелгән ирле-ҡатынлы Шәриповтар етәкселек итә башлай. Капиталь ремонт уҙғарылып, клубтың яңы төҫ алыуында уларҙың да өлөшө ҙур. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Ынйы Вәлиәхмәт ҡыҙы йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнап йәшәй, ул ауылдың инвалидтар ойошмаһы етәксеһе лә. Риф Мөсәүир улы ғүмере буйы мәҙәниәт йорто директоры була. Пенсияға сыҡҡас та баянын ташламай – төркөмдө унан башҡа күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
Боронғо йолаларҙы, башҡорт уйындарын, кейемен, аш-һыуын өйрәнеп, тергеҙеп, йәштәргә, халыҡҡа еткереү, йәш быуында милләтебеҙҙең данлы тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу – төркөмдөң төп маҡсаты. Ойошторолғандарынан алып “Аулаҡ өй”, “Кис ултырыу”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Һыу башлатыу”, ”Фронтҡа оҙатыу”, “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы” һәм әллә күпме башҡа йола байрамдарын сәхнәләштереп, тамашасы хөкөмөнә сығарған “Ураҡсы ҡыҙ”ҙар. Ғөмүмән, Ураҙҙа бер генә мәҙәни сара ла уларһыҙ уҙмай. Оҙаҡ йәшәгән парҙарҙың алтын юбилейҙары, хеҙмәт ветерандарын хөрмәтләү тантанаһы булһынмы, байрамдар, ҡыҙыл даталармы – фольклор төркөмө һәр сара уртаһында ҡайнай.
Тирә-яҡ ауылдарҙа ла көтөп алалар уларҙы. Район кимәлендә лә үҙҙәрен таныталар. Былтыр, мәҫәлән, “Ай, Уралым” төбәк-ара этнофестивалендә “Килен төшөрөү” йолаһын күрһәтеп, дүрт тиҫтәгә яҡын коллектив араһынан икенсе урынды яулайҙар. “Етегән йондоҙ” конкурсында ла, район һабантуйында ла һынатмайҙар.
Бынан тыш, аҙна һайын ҡул эштәре түңәрәгенә йыйылалар. Милли костюмдарҙы ла үҙҙәре тегеп, биҙәүестәрҙе үҙ ҡулдары менән эшләп алған алтын ҡуллы ҡатындар. Бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашып, уҡыған китаптар, гәзит-журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләр буйынса фекер алышып, тормош ағышынан артта ҡалмай бына шулай күңелле йәшәйҙәр улар.
Коллектив башлыса хаҡлы ялда булған ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора, араларында йәшерәктәре лә бар. Уларҙың күбеһе — Ураҙ килендәре. Ғәзимә Хажиева, мәҫәлән, 31 йыл элек Бөрйән районынан килен булып төшкән, тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтереп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡыуаналар. Ғүмере буйы мәктәптә пионервожатый булып эшләй ул. Әйткәндәй, Ураҙ лицейында әле булһа пионер ойошмаһы йәшәй. Балалар араһында ирекмәндәр хәрәкәтен йәнләндереүҙә Ғәзимә Мөхәммәт ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Башланғысты күтәреп алырҙар
Рәфинә Мөхәмәтйәрованың Ирәмәл итәгендә урынлашҡан Ҡарағужа ауылынан Ураҙға килен булып төшөүенә 38 йыл. Ул оҙаҡ йылдар хужалыҡта ашнаҡсы булып эшләй. Төп һөнәре буйынса тегенсе булғас, башта ҡул эштәре түңәрәгенә йөрөй, тора-бара “Ураҡсы ҡыҙҙар” менән бергә сәхнәгә күтәрелә йыр-моңға маһир ханым.
Лүзә Мөхәмәҙиева Килмәк ауылынан, 18 йәшендә генә Ураҙ балалар баҡсаһына йүнәлтмә буйынса эшкә килгән. Күрше Ишмәкәй ауылы егете менән яҙмыштарын бергә бәйләп, Ураҙҙа төпләнәләр. Төркөм ойошторолғандан алып ул да сәхнәнән төшмәй. Ҡул эштәренә лә өлгөр Лүзә Хәйретдин ҡыҙы, үҙе белгәндәрен әхирәттәре менән ихлас уртаҡлаша.
Венера Һәүбәнова ғаиләһе менән 15 йыл элек Ураҙға күсеп килә. Үҫемлекселек өлкәһендә дизайнер һөнәренә эйә ханым шунда уҡ коллективҡа килеп ҡушыла. Баҡсаһында нимә генә үҫтермәй ул, үҫенте-орлоҡтар менән дә ихлас уртаҡлаша. Йәй мәҙәниәт йорто ихатаһын гөл-сәскәгә күмеү өсөн бар тырышлығын һала.
Тәнзилә Мәғәфүрова — күрше Ҡолош ауылы ҡыҙы. Дүрт тиҫтә йыл элек ғаилә ҡороп, тормош иптәше менән Ураҙ ауылында төпләнәләр. Страховка агенты, почта хеҙмәткәре булып эшләй. Төркөм ойошторолғандан алып уның иң әүҙем ағзаһы.
Әминә Зиннәтуллина тыуған ауылына ереккән. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. “Ураҡсы ҡыҙ”ҙы ойоштороусыларҙың береһе ул. Оҙаҡ йылдар лицейҙа социаль педагог булып хеҙмәт иткән ханым имен булмаған ғаиләләргә ҙур иғтибар бүлә. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ, эскән ҡатындар араһында аңлатыу эштәре лә алып бара.
Флүрә Мөхтәсимова — төркөмдә иң олоһо. Ул да тыуған ауылынан айырылмаған. Колхозда умартасы, һуңынан китапханасы, контролер булып эшләгән. Ул йылдарҙа клубта гөрләп торған театр түңәрәгендә гел төп ролдәрҙе уйнаған, әле лә репертуар һайлағанда уның фекеренә таяналар.
Ә сценарийҙар төҙөүҙе күп осраҡта Фәриҙә Ситдиҡоваға ышанып тапшыралар. Ғүмере буйы балаларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡытҡан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүгә күп көсөн һала. Әйткәндәй, Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙы – Учалы Яҙыусылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы, бер нисә китап авторы ла.
Фольклор төркөмөнөң киң танылыу яулауында моңло тауышлы Тамара Фәғәлованың да өлөшө ҙур. “Ураҡсы ҡыҙ”ҙың тәүге ҡарлуғасы, һаулығы ҡаҡшап китеүе сәбәпле сәхнәгә сыға алмаһа ла, һәр саҡ кәңәштәре менән ярҙам итә.
— Ауылда ниндәй генә байрам сараһы үткәрһәк тә, “Ураҡсы ҡыҙ” фольклор төркөмөнә таянабыҙ. Ауылдаштарҙың тормошон йәнләндереүҙә, йәмләндереүҙә уларҙың роле ҙур. Барыһы ла тырышып донъя көтөүҙәре, тәрбиәле балалар үҫтереүҙәре, сәләмәт тормош рәүеше менән башҡаларға өлгө булып тора. Күптәре ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ, имен булмаған ғаиләләрҙе контролдә тотоуҙа, эскелеккә ҡаршы көрәшеүҙә тәүге ярҙамсыларыбыҙ, — ти Ураҙ ауылы советы хакимиәте башлығы Салауат Лоҡманов.
Шөкөр, республикабыҙҙың һәр ауыл-ҡасабаһында тыуған төйәктәре өсөн янып-көйөп йәшәүсе, изге башланғыстарҙы дауам итеүсе, йәш быуынға өлгө булырҙай, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап.
“Тотош коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһын республикабыҙҙың башҡа урындарында ла күтәреп алырҙар тигән өмөттә ҡалабыҙ.