Анталья – Ырымбур рейсы пассажирҙары ауыр хәлдә ҡалған.
Улар араһында биш яҡташыбыҙ ҙа бар.
Билдәле булыуынса, тәүҙә рейсты өс сәғәткә тотҡарлағандар. Унан, самолетҡа ултырғас, һауа судноһының Ырымбурға түгел, ә Дубайға осасағы хаҡында белдергәндәр. Сәбәбе шулай аңлатылған: Берләшкән Ғәрәп Эмираттары аэропортында тотҡарланған туристарҙы ҡотҡарырға кәрәк.
“Был барлыҡ пассажирҙар өсөн, йомшаҡ әйткәндә, сюрприз булды”, – тип һөйләгән беҙҙең туристар “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәрселәренә.
Әйтеүҙәренсә, беҙҙең бер пассажирҙың хәле ауырайған, балалар илаған, кемдеңдер ҡанында шәкәр күләме күтәрелгән (бәхеткә күрә, уға тиҙ арала медицина ярҙамы күрһәтелгән). Һөҙөмтәлә һаулыҡ торошона бәйле алыҫҡа осорға теләмәгән, ҡәнәғәтһеҙлек белдергән туристарҙың бер өлөшөн Анталья отелендә ҡалдырып киткәндәр.
Хәҙер пассажирҙарҙы Ырымбурға тура рейс менән ебәреү мөмкинлеген эҙләйҙәр.