Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Шереметьево аэропортында самолет фажиғәгә осрау һөҙөмтәһендә һәләк булған пассажирҙарҙың һәм экипаж ағзаларының ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
Мурманск өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Андрей Чибис исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә:
“Башҡортостан Республикаһы исеменән һәм шәхсән үҙемдән Шереметьево аэропортындағы авиафажиғәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Фажиғә тураһындағы хәбәр Башҡортостанды тәрән тетрәндерҙе. Беҙ Мурманск өлкәһе халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ, ауыр юғалтыуҙы уртаҡлашабыҙ.
Зыян күргәндәрҙең барыһының да тиҙ арала һауығыуын теләйбеҙ. Ошо фажиғә ҡағылған бөтә кешеләргә ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткереүҙе һорайбыҙ. Бындай ауыр мәлдә һеҙгә батырлыҡ, сабырлыҡ һәм рух ныҡлығы насип итһен”.
Фото glavarb.ru сайтынан алынды.