Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 18:20

Өс фараз бар

Мәскәүҙәге Шереметьево аэропортындағы фажиғәнең өс сәбәбе фаразлана. Рәсәй Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, пилоттарҙың, диспетчер һәм бортҡа техник хеҙмәтләндереү үткәргән кешеләрҙең квалификацияһы етмәүе, һауа судноһының төҙөк булмауы һәм яйһыҙ һауа шарттары булыуы ихтимал.

Әлеге мәлдә һәләкәт урынында тәфтишселәр төркөмө эшләүен дауам итә. Тикшереү өсөн борт яҙмалары, яғыулыҡ өлгөләре, экипаж менән диспетчерҙарҙың һөйләшеүенең аудиояҙмалары, күҙәтеү камералары яҙмалары алынған. Яҡын арала генетик һәм суд-медицина экспертизалары билдәләнәсәк.

Бөгөн Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин урында булған һәм енәйәт эшен тикшереү өсөн аныҡ бурыстар ҡуйған.

Фото: tass.ru
Читайте нас: