“Башгидрометүҙәк” хәбәр итеүенсә, 8 майҙа урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 9-14, көндөҙ 21-26 градус йылы булыуы күҙаллана.
Иртәгә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 10-15, көндөҙ иһә 23-28 градус йылы була.