Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2019, 11:56

Өфөгә, тантанаға!

Ошо көндәрҙә Мәскәү эргәһенән Вадим Задорожныйҙың Техника музейынан машиналар колоннаһы Өфөгә юлланды. Машиналар Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы техниканы — танктарҙы, пушкаларҙы, йөк машиналарын, шул иҫәптән легендар “Т-34” танкын алып килә.

Был техниканың күпселеген эҙәрмәндәр тапҡан һәм музей рес­тавраторҙары ҡайтанан сафҡа индергән. Танктарҙың башняларында һәм корпустарында ҡаты алыш эҙҙәре әле булһа күҙгә ташлана.
9 майҙа Өфөлә хәрби парад үтәсәк. Красногорскиҙан килтерелгән техниканан тыш, сарала Ишембай заводынан һаҙлыҡта йөрөй торған “Витязь” машиналары ҡатнаша. Парадҡа хәрби подразделениелар, көс структуралары, хәрби уҡыу йорттары вәкилдәре, шул иҫәптән кадеттар саҡырылған.
Читайте нас: