Тап ошо көндә иң боронғо элемтә тармаҡтарының береһе – почтаға туранан-тура мөнәсәбәте булған шәхес тыуған көнөн билдәләй. “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Башҡортостандың федераль почта идаралығы директоры Ирек Ғәлимовҡа 60 йәш тула.
Был һөнәрҙе һайлауын абруйлы етәксе осраҡлы түгел тип иҫәпләй. Ирек Миңлевәли улы әйтеүенсә, ете йәштән үк ул элемтәсе булырға хыялланған. Ул осорҙа “хеҙмәт династияһы” тигән һүҙбәйләнештең мәғәнәһен тулыһынса аңлап та етмәгәндер, бәлки. Әммә яҡындарының элемтә тармағында эшләүе тормош юлын һайлауға, һис шикһеҙ, булышлыҡ иткәндер.
Ваҡыт үтеү менән хыялы нығына барған. Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Ирек Ғәлимов Башҡорт АССР-ы Элемтә етештереү-техник идаралығының Өфөләге ҡала һәм ауыл телефон элемтәһе бүлегенә электромеханик булып эшкә урынлаша. Хеҙмәт баҫҡыстарының барыһын да үтә, институт тамамлай. Артабан Саҡмағош район элемтә узелы начальнигы итеп тәғәйенләнә.
Һуңыраҡ яҙмыш уны тағы ла Өфөгә алып килә. 11 йыл Өфө почтамтына етәкселек итә. Миллионлы ҡалалағы почта селтәренә идара итеү еңелдән булмағандыр. Әммә профессионализмы, ойоштороу һәләте, татыу коллектив республикалағы ҙур почта предприятиеһы начальнигына ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Тап ошо йылдарҙа Ирек Миңлевәли улы “Рәсәй Федерацияһының элемтә оҫтаһы” һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Һуңыраҡ уларға Почет грамотаһы һәм “Өфө ҡалаһына хеҙмәте өсөн” билдәһе өҫтәлә.
Бөгөн Ирек Ғәлимов етәкселегендә “Рәсәй почтаһы” филиалы бүлексәләре күләме буйынса илдә иң ҙур предприятие коллективы эшләй. Форсаттан файҙаланып, Ирек Миңлевәли улы тормошон элемтә тармағы менән бәйләгән барлыҡ коллегаларын һөнәри байрам менән ҡотлай. Беҙ ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ, ә бөгөн юбилейын билдәләгән етәксегә бәхет, һаулыҡ, уңыштар, яратҡан эшендә өр-яңы ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ.