Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2019, 20:28

Талаш арҡаһында ғүмерҙәр өҙөлдө...

Дәүләкәндәге өс кеше ғүмерен алып киткән янғын тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әлеге мәлдә был ваҡиғаның нескәлектәре асыҡланды.

Дәүләкәндәге өс кеше ғүмерен алып киткән янғын тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әлеге мәлдә был ваҡиғаның нескәлектәре асыҡланды.


30 йәшлек ҡатын менән уның алты йәшлек ҡыҙы һәм ун йәшлек улы йәшәгән өйҙәге янғын ут төртөү арҡаһында сығыуы ихтимал. Билдәле булыуынса, ҡатын эскелек менән мауыҡҡан, шулай ҙа балаларын ташламаған, уларҙың өҫ-башы ҡараулы булған. Ике йыл элек уның ире вафат булып ҡалған, әле уның өйҙәш ире бар икән. Әйтеүҙәренсә, улар һуңғы арала йыш ҡына тауышҡа килешкән. Фажиғә көнөндә лә ҡатын эскән булған, әммә өйөндә түгел, ә башҡа урында.


Ут соланда башланған һәм төтөн өйгә тулған. Ҡатын менән балалары әсе төтөнгә тонсоғоп үлгән. Ел булыу сәбәпле, ут мунсаға күскән, уның ҡыйығы янған. Әйткәндәй, йорт ике хужалыҡлы була, уның икенсе яғы имен ҡала – ут ул яҡҡа барып етмәй.


Дәүләкән ҡалаһының полиция бүлегенә бер ирҙе килтергәндәр. Уны йортҡа ут төртөүҙә ғәйепләйҙәр. “Вести” каналы мәғлүмәттәренә ярашлы, ир был енәйәтте башҡарыуын таныған. Ул шулай үс алырға иткән. Уға ҡарата енәйәт эше асылған.


Тағы шуныһын билдәләйек, йортта янғын тураһында иҫкәрткән ҡулайлама булмаған. Ҡуйылһа, бәлки...


Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Читайте нас: