Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2019, 15:59

Тиҫтә йылға яҡын көткән шатлыҡ

Учалыла “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” маҡсатлы федераль программаһына ярашлы, 18 торлаҡ сертификаты тапшырылды. Йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән социаль ярҙам ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә.

Учалыла “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” маҡсатлы федераль программаһына ярашлы, 18 торлаҡ сертификаты тапшырылды. Йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән социаль ярҙам ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә.


Илдәге демографик хәлде иҫәпкә алып, уға тәү сиратта күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр хоҡуҡлы. Бөгөн дә ғаилә ағзалары иҫәбенә ҡарап, аҡсалата ярҙам күләме 400 меңдән алып бер миллион ярым һумға тиклем тәшкил итте.


Һуңғы ике йылда федераль программа ярҙамында Учалыла 23 ғаилә ауыл ерендә йорт һалып ингән. Быйыл тапшырылған сертификаттарҙың дөйөм күләме 15 миллион һум тәшкил итте. Программа шарттарына ярашлы, аҡсаның бер өлөшөн урындағы бюджет күтәрә.


Рәсүл ауылында йәшәгән Нәфисә Ахунованың ғаиләһендә биш бала үҫә. Иң өлкәненә — 24, кесеһенә — һигеҙ йәш. Нәфисә ханым крәҫтиән (фермер) хужа­лығы башлығы вазифаһында тәүге аҙымдарын яһай – умартасылыҡ, ҡошсолоҡ менән ныҡлап шөғөлләнергә йыйына. Быға тиклем ғаилә ҡалала фатир яллап йәшәгән.


Шатлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан Ахуновтарҙың, сөнки миллион ярым һумлыҡ сертификат уларға күптән борсоған торлаҡ проблемаһын хәл итергә ярҙам итәсәк. Төҙөлә башлаған ҙур йортто бөтөрөү бер ни тормаясаҡ хәҙер.


— Был шатлыҡлы көндө 10 йылға яҡын көттөк. Хөкүмәтебеҙгә, район хакимиәтенә күп балалы ғаиләләрҙе даими хәстәрләгәне өсөн ҙур рәхмәт, — тине Нәфисә Ахунова.


Бапаниндар икеһе лә Наурыҙ ауылынан. Гүзәлиә – өс, Ринат 10 балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Гүзәлиә бәләкәйҙән етем ҡала. Бала саҡтан бер-береһен күреп-белеп үҫкән йәштәр, ғаилә ҡорғас, Учалы ауылында Ринаттың олатаһынан ҡалған иҫке генә йортта төпләнә. Ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп, бер-бер артлы өс бала донъяға килә.


Бөгөн Ринат Хәйбулла карьерында вахта ысулы менән эшләп йөрөй, Гүзәлиә — балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. 2014 йылда Бапаниндар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға документтарын тапшырып, сиратҡа баҫа. Программа талаптарына ярашлы, дәүләт ярҙамына дәғүә итеүсенең 30 процент кимәлендә башҡарылған төҙөлөш объекты булырға тейеш. Бер нисә йыл элек Бапаниндар ике ҡатлы ҙур йорт һала башлай.


— Шатлығыбыҙ сикһеҙ, 1 миллион 260 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы беҙгә төҙөлөштө тамамларға ярҙам итәсәк. Алла бирһә, быйыл өй туйлаясаҡбыҙ, — тип шатлығы менән уртаҡлашты Гүзәлиә Вил ҡыҙы.


Бөгөн хакимиәттең торлаҡ бүлегендә “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” федераль программаһы нигеҙендә көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға 110 ғаилә сиратта тора. Уларҙың да хыялы, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр тип ышанғы килә, сөнки үҙ йорттары булған ғаиләләр генә үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә бәхетле итеп тоя.


Учалы районы.
Читайте нас: