Халыҡ уларҙы юҡҡа маҡтамай.
Күп балалы ғаиләлә үҫеүҙең ыңғай яҡтары күп. Мәғрифә Ғәбит ҡыҙы менән Фазулла Мөхтәр улы Ғатауллиндар туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтергән. Шуларҙың араһында алтынсы булып донъяға килгән Камил ағай. Уның менән танышып китеүем дә һис көтмәгәндә булды. Бишбүләккә юл төшкәс: “Йүнселдәр хаҡында ла яҙ әле, моғайын, уларҙа ла шәп эшҡыуарҙар барҙыр?” – тигән задание бирелде. Ошо райондан сыҡҡан әүҙем йәмәғәт ағзаһы, уҡыусылар араһында ойошторолған һәр сараның бағыусыһы Альфред Шәймәрҙәновҡа мөрәжәғәт итермен, тигән ҡарарға килдем.
Шулай эшләнем дә. Бары тик, ысынлап та, кешеләргә изгелек иткән, маҡтап һөйләрлек кешене тапһындар Бишбүләктә. Кем менән һөйләшһәк тә, ана “Тепловик” муниципаль унитар предприятиеһы етәксеһе Камил Фазулла улы хаҡында яҙығыҙ, күмәк кеше менән эшләй, башҡаларға ла файҙаһы күп, тинеләр. Ярай, күрешәйек әле, тинем. Сөнки беләм, хәҙер бигерәк популяр бит был өлкә. Халыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп ҡайҙа ғына яҙмай, ниндәй генә саралар күрелмәй. Ошо тармаҡта оҙаҡ йылдар эшләгән кеше, моғайын, ысынлап та, профессионалдыр. Башҡа төрлө булыуы мөмкин дә түгелдер, һыу йәки йылылыҡ ваҡытында килмәһә, эш рәтен белмәһә, ундайҙарҙы был тармаҡта оҙаҡ тотмайҙар, хәҙер алмаштыра һалалар.
Алда әйткәнемсә, Камил Фазулла улы күп балалы ғаиләлә үҫкән, шуға күрә күмәк эш, ауыл еренең бөтмәҫ-төкәнмәҫ хеҙмәте хаҡында китаптан уҡып, кинонан ҡарап түгел, үҙ ҡулдары менән башҡарып үҫеү миҫалында белә. Мәктәпте тамамлау менән малсылыҡта эшләй, быҙау ҡарай. Йорт-ҡура эргәһендә лә байтаҡ мал аҫраған ғаилә малайына ауыл фермаһында эшкә өйрәнергә кәрәкмәй, ул яңы тыуған быҙауҡайҙарҙы ихлас ҡараша, эшен яратып башҡара. “Уның ни сере бар инде: беҙ, ауыл балалары, мал ҡарашып ҡына түгел, һыуыҡ ҡыштарҙа улар менән бер өй эсендә үҫтек, тиһәк тә була”, – тип хәтерләй бала сағын Камил Фазулла улы.
Һәр совет егете кеүек, ул да кирза итек кейеп, әрме сафын үтә: Мәскәү өлкәһендә стратегик тәғәйенләнешле ғәскәрҙә хеҙмәт итә. Был да замандың иң шәп мәктәптәренең береһе була уның өсөн. Ҡыҙҙар ҙа бит тап әрменән ҡайтҡан егеттәр яғына ҡараусан. Был егетлек тойғоһо совет осоронда һәр үҫмер малайҙа булғандыр әле, моғайын.
Яҡшы хеҙмәт итеп, тыуған яғына ҡайтып та төшә егет. Һынатмай, хәйер, Башҡортостан был өлкәлә ҡасан һынатҡаны булды?! Ана шундай ғорурланырлыҡ һалдаттарҙың береһе булып, өлгөлө хеҙмәт юлын үтә ул.
Артабан Үзбәкстан яҡтарына ағаһы янына барып, шунда Голодная Степь коммуналь төҙөлөш техникумының сәнәғәт-гражданлыҡ төҙөлөшө бүлегенә уҡырға инә, механизатор булып эш башлай. Совет дәүләтенең ас даланы үҙләштереү планы был йылдарҙа ныҡ үҫешкән була.
Үзбәкстан тиһәң, һәр кем мамыҡ үҫкән киң баҫыуҙарҙы күҙ алдына килтерә. Бына шул баҫыуҙарҙа мамыҡ үҫһен өсөн, төрлө урындарҙа ятҡан сығанаҡтарҙың тоҙло һыуын киптерергә кәрәк икән. Скважиналар быраулау менән шөғөлләнә йәш егеттәр. Халыҡ төрлө яҡтан йыйылған. Улар араһында Башҡортостандан Камил Ғатауллин да бар.
Йәш белгес мамыҡ үҫтереү буйынса 40-тан ашыу совхоз төҙөү эшендә ҡатнаша. Сит ер булһа ла, тырыш кешегә ҡайҙа ла эш ҡарышмай бит, ул ең һыҙғанып, бар йәшлек дәртен һалып башҡара хеҙмәтен. Тыуған ауылы Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылына ялға ҡайтҡанда, күптән күҙе төшөп йөрөгән Гөлфәниәһенә өйләнеп, уны ла шул яҡҡа алып сығып китә. Ғаиләлә бер-бер артлы Эльвира исемле ҡыҙ, Илгиз исемле малай тыуа. Йәш ғаилә матур тормош ҡороп, арыу ғына йәшәй башлай.
Барыһы ла ыңғай ғына барғанда, көтмәгәндә ғаилә башлығының атаһы ауырып китә. Әсәһен яңғыҙ ҡалдырмаҫ өсөн, ярҙам булһын тип, улар тыуған яҡтарына ҡайтып төшә. Был — беҙҙең халыҡтың асылына яҙылған, бер ниндәй закондарҙа ла яҙылмаған йола: атай һүҙен йыҡмау, ата-әсәне иғтибарҙан ситтә ҡалдырмау. Ана шул өлкән быуын вәкилдәренең фатихаһын алып йәшәгәндәр һәр саҡ уңа ла инде!
Эшләгән кешегә эш ҡайҙа ла табылып тора, тип әйткәйнем инде. Төҙөүсе-мастер һөнәрендә көс түгә башлай тыуған яғында Камил Фазулла улы. Торараҡ ҡатнаш мал аҙығы заводына директор итеп ҡуялар. Ул арала өсөнсө балалары – ҡыҙҙары Лилиә тыуа. Тиҫтә йылға яҡын эшләй был өлкәлә. Бөгөн Бишбүләктең был заводы Ергән МТС-ына тапшырылған.
Ә инде 2001 йылдан “Тепловик” муниципаль унитар предприятиеһына директор итеп тәғәйенләйҙәр. Бына был, ысынлап та, кешеләр һәм уларҙың уңайлығын тәьмин итә торған ғына түгел, ә һис көтмәгәндә уларҙан ризаһыҙлыҡты ла ишетә торған эш урыны. Нимә генә тимә, йылылыҡ һәм һыу менән халыҡты тәьмин итеү өсөн һәр кем үҙ урынында эшен еренә еткереп башҡарырға тейеш. Етмәһә, беҙҙәге ҡыштарҙың ниндәй икәнен гәзит уҡыусыға һөйләп аңлатырға түгел.
Апрель башында Өфөлә ҡар бөткәйне тиерлек, ә Бишбүләктә, мәҫәлән, ирей ҙә башламағайны. Үҙҙәре лә шуға: “Беҙгә яҙ ике аҙнаға һуңыраҡ килә!” – ти. Быйыл ҡар ҙа байтаҡ яуған, яландар, баҫыуҙар ҡалын итеп ҡапланған. Етмәһә, үткел ел иҫеп тора. Бында бит Бәләбәй ҡалҡыулығы ята, шуға күрә елдән ҡасып, халыҡ убалар, таусыҡтар араһына һалған ауылдарҙы. Үҙенең бер йәме бар был яҡтың.
Килешер өсөн белешер кәрәк
“Тепловик” муниципаль унитар предприятиеһына Бишбүләк, Сухоречка, Дим ҡаҙанлыҡтары ҡарай, йәғни 15 социаль объектты, төрлө учреждениеларҙы, 27 мең квадрат метр майҙандағы торлаҡ йорттарҙы йылылыҡ, 7,5 мең кешене һыу менән тәьмин итә. Ойошма Бишбүләк, Дим, Ҡыңғыр-Мәнәүез, Аҙнай, Ольховка, Ҡурған, Сулпан, Тулыбай ауылдарына һыу ташый, тиергә лә була. Тап ошо ауылдар “Тепловик” ҡарамағында.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта төрлө хәлдәр булыуы ихтимал ғына түгел, булып та ҡуя. Торбалар иҫкерә, яғыулыҡ ҡаҙандарын тикшереп торорға кәрәк. Тап ана шул хужаларса ҡараш булғанға ла, Камил Фазулла улы етәкселегендәге был ойошмала бер ҡасан да көтөлмәгән хәлдәр тыуғаны юҡ. Юғары профессионаллеге һөҙөмтәһендә генә түгел, ә бала саҡтан атаһынан һәр эште еренә еткереп, кешегә файҙа килтерерлек итеп башҡарып өйрәнгәнгә лә, уға эште ойоштороуы ла, атҡарыуы ла еңел. Ошо йылдарҙа Бишбүләктең 1-се ҡаҙанлығы, йылылыҡ селтәрҙәре төҙөкләндерелгән. Һөҙөмтәлә өс йылылыҡ ҡаҙаны, авария-яғыулыҡ хужалығы, 2,5 километр оҙонлоҡтағы йылылыҡ селтәре яңы торбаларға алмаштырылған. Республика ҡаҙнаһынан бының өсөн 31 миллион һум аҡса бүленеп, йылылыҡ изоляцияһы яңыртылған: шуға бәйле селтәрҙәрҙә 22 процентҡа тиклем йылылыҡты һаҡлауға өлгәшелгән, ҡаҙанлыҡтарҙа яғыулыҡты сарыф итеү 15 процентҡа кәмегән.
Һыу менән дә ошондай уҡ хәл. Мәҫәлән, район һәм республика ҡаҙнаһы ярҙамында биш километр оҙонлоғонда һыу торбалары алмаштырылған, һөҙөмтәлә һыу селтәрҙәрендә юғалтыу 10 процентҡа кәмегән, 550 мең һумлыҡ файҙа килтерелгән. Мәрхәмәтлек фондынан бүленгән 500 мең һумға һабантуй урынындағы һыу сығанаҡтары төҙөкләндерелгән. Йәнә лә ыңғай күренеш: һыу менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡ 50 процентҡа кәмегән.
Республика һәм район ҡаҙнаһы ярҙамында Дим ауылындағы ҡаҙанлыҡтарҙы йүнәтеү һөҙөмтәһендә газды файҙаланыу 10 процентҡа кәмегән, ауыл йылылыҡ менән ваҡытында тәьмин ителә. Яратып башҡарғанға, өйҙәге генә түгел, күңелдәрҙәге йылылыҡты ла һаҡларға тырышҡанға, Камил Фазулла улына был эш еңел бирелә. Ул етәкләгән ойошма район хакимиәте тарафынан даими рәүештә төрлө наградалар, грамоталар менән юҡҡа ғына бүләкләнмәй, сөнки урындағы халыҡ уларҙың эшенән ҡәнәғәт. Эйе, заманында “Тепловик”та йөҙ ҡырҡҡа яҡын кеше эшләгән, ә бөгөн – ҡырҡтан ашыу. Һандарҙың кәмеүе күпселек эште хәҙерге заман технологияларына таянып башҡарыуға бәйле. Был тармаҡта ла тик сыҙамдар көс түгә шул, иртәгә эшләрмен, һуңынан тигән төшөнсәләр юҡ, киреһенсә, бөгөн, бына хәҙер үк башҡарырға кәрәк халыҡҡа тейеш хеҙмәтте.
“Өйө йылы булһа, ашы бешкән, уны әҙерләр өсөн һыу килгән, ғаиләһе имен икән, кешегә тағы нимә кәрәк?! Юҡҡа ғына йырҙа ла “Кешеләргә бер йылы һүҙ етә!” тип йырламайҙар бит. Йылы һүҙең яҡты эшең менән дә раҫланырға тейеш. Беҙ ни, эшләргә яратабыҙ инде!” – ти бөгөн ете ейәндең олатаһы, күркәм юбилейын билдәләгән Камил Фазулла улы. Райондағы кешеләрҙе тыңлағандан, отчет документтарындағы күрһәткестәрҙе ҡарағандан һәм үҙе менән әңгәмәләшкәндән һуң, һеҙ нисектер, мин уның һүҙҙәренең ихлас булыуына ышандым.