Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙгә әйтер һүҙебеҙ бар: бәлки, кемдер ошо юлдарҙы уҡып, ярҙам итер, күңел йылытырлыҡ мәғлүмәт еткерер.
Ғүмер буйы бер туған Мөнирә апайыбыҙ һеңлебеҙҙе – Хәҙисә апайҙы эҙләне (беҙ дүрт бер туған – Мөнирә, Рәхимйән, Мөниә, Хәҙисә). Бер- беребеҙ менән бынан бик күп йылдар элек, 1960 йылда, айырылыштыҡ. Әммә Мөнирә апайыбыҙҙың өмөттәре үҙе иҫән саҡта аҡланманы – 2017 йылда ул вафат булды. Уның иҫтәлегенә бағышлап, беҙ, туғандары, апайыбыҙ башлаған эште дауам итергә булдыҡ һәм Хәҙисәне эҙләүҙе яңырттыҡ.
Мөнирә апайыбыҙ 2010 йылда үҙәк каналдағы “Көт мине” популяр тапшырыуына хат та яҙғайны. Унда ошондай юлдар бар:
“Хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә алыҫ Башҡортостандан Мөнирә Ырыҫйән ҡыҙы Ялмырҙина яҙа. Мин һеңлем Хәҙисә Ырыҫйән ҡыҙын (документтарҙа “Рисъяновна” йәки “Рысъяновна” тип яҙылыуы ихтимал) эҙләйем. Ул 1959 йылдың 15 декабрендә Әбйәлил районының Үтәгән ауылында тыуған – был да документтар буйынса раҫланды. Уға алты ай тулғанда, әсәйебеҙ вафат булған, дүрт бала етем ҡалған. Миңә ул саҡта — 10, ҡустым Рәхимйәнгә – ете, һеңлем Мөниәгә өс йәш ине. Әсәй булмағас, йәйге каникул ваҡытында мин Хәҙисәне ҡарай инем. Унан атайыбыҙ Ырыҫйән Зөлҡәрнәй улы ҡабат өйләнергә ҡарар итте. Һөҙөмтәлә атайыбыҙ мине һәм ҡустымды Темәс мәктәп-интернатына уҡырға ебәрҙе, Мөниәне өйҙә ҡалдырҙы, ә Хәҙисәне беҙҙең ауылдан 100 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Белорет ҡалаһындағы Сабыйҙар йортона тапшырҙы.
Мин хәтерләйем: Белоретҡа беҙ ат менән юлландыҡ, бәпесте ҡалдырғандан һуң, атай үҙенсә тынысландырған булды: “Директор беҙгә “Хәҙисә янына килеп йөрөргә мөмкин” тип әйтте. Бер аҙҙан өйгә алып ҡайтып та булыр, бәлки”.
Әммә атайҙың икенсе тормошо башланды, яңы ҡатынынан балалары тыуҙы. Ғүмер үҙ яйы менән аҡты, уның ҡалдырған ҡыҙы хаҡында уйларға ваҡыты ла, теләге лә булманы... Беҙ ҙә бәләкәй инек, үгәй әсәй баҫымы аҫтында көн күрҙек, Хәҙисә тураһында һүҙ ҙә әйтергә ҡыйманыҡ.
Йылдар үтте. Мин техникум тамамланым, кейәүгә сыҡтым. 1970 йылдан Өфөлә төпләндем. Ошо ваҡыттан алып һеңлемде эҙләнем, республика гәзиттәренә яҙҙым. Белоретҡа ла хәбәрҙәр ебәрҙем. Унан Сабыйҙар йорто бөтөрөлдө, бәләкәстәрҙе Белорет районының Сермән балалар йортона күсерҙеләр”, – тигән яуап килде.
...Ул ваҡытта мин “Главпочтамт”та эшләй инем. Бер саҡ миңә таныш булмаған ир шылтыратып: “Һеңлегеҙҙе эҙләгәнегеҙҙе беләм, тик ҡайҙалығын әйтә алмайым”, – тине. Шулай уҡ ул һеңлемдең, моғайын, иҫән булыуын, юҡһа, үлем ҡағыҙы килерен фаразланы”.
Бына ошондай хат яҙған Мөнирә апайыбыҙ. Ул юлдарҙа ғаиләбеҙ тарихының аяныслы бер бите сағылған. Беҙҙә Хәҙисәнең берҙән-бер фотоһы һаҡланған: бәпес унда өләсәйебеҙҙең һеңлеһе Әнисәнең ҡулында. Тормош юлдары ҡатмарлы, кем белә, бәлки, Хәҙисә һеңлебеҙ эргәлә генә йөрөйҙөр?
Зинһар, ярҙам итегеҙ! Бәлки, арағыҙҙа 1960-1970 йылдарҙа Белореттағы Сабыйҙар йортонда йәки Сермән балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр, Хәҙисәнең йәштәштәре барҙыр. Бәйләнеш өсөн телефондар: 89656553041 (Рәхимйәндең ҡыҙы Гөлшан) йәки 89093524664 (Мөниә).