Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 20:33

Пенсия йәше белемгә кәртә түгел

Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибар бүленәсәген, киләһе йыл улар буйынса тәүге һығымталар яһаласағын белдергәйне: “Эш һөҙәмтәһе һәр төбәктә күренергә тейеш”.

Ошоно ҡеүәтләп, Башҡортостанда ла был йәһәттән бихисап эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, киләһе алты йылда “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” төбәк проекты сиктәрендә йыл һайын пенсия алды йәшендәге 1,5 мең кеше өҫтәмә белем аласаҡ.

Бының өсөн йылына 108,8 миллион һум финанс саралары бүленәсәк.

Өҫтөнлөклө йүнәлештәр араһында йөҙләгән һөнәр булһа ла, кондитер, икмәк бешереүсе, токарь, кассир, диспетчер, кондуктор, машинист, йәшелсә үҫтереүсе, ландшафт дизайнеры кеүек һөнәр эйәләренә бигерәк тә ихтыяж ҙур. Уҡыу осоро уртаса – өс ай, һәр уҡыусыға уртаса 68,8 мең һум бүлеү күҙаллана.

Әлеге ваҡытта республиканың мәшғүллек үҙәктәре 63 предприятие менән 1070 гражданға өҫтәмә белем биреү тураһында дөйөм суммаһы 57,9 миллион һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйған.

Башҡортостандың пенсия алды йәшендәге 860 хеҙмәткәре әлеге ваҡытта уҡыуҙар менән мәшғүл. Күҙҙаллауҙарынса, улар аҙаҡ үҙ предприятиеһында ҡаласаҡ, әммә ихтыяж ҙурыраҡ булған һөнәр буйынса эшләйәсәк.

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: om-saratov.ru сайтынан алынды.
Читайте нас: