Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 20:34

Тарихи ҡомартҡылар бар икән, килтер

Өфө урман-техник хужалығы техникумы хаҡында барыһы ла хәбәрҙар. Ә бына унда музей асырға теләүҙәре хаҡында ишеткәнегеҙ юҡтыр, бәлки.

Өфө урман-техник хужалығы техникумы хаҡында барыһы ла хәбәрҙар. Ә бына унда музей асырға теләүҙәре хаҡында ишеткәнегеҙ юҡтыр, бәлки.


Уҡыу йортоноң музей һәм китапхана бүлеге етәксеһе Гөлнара Теләмешеваның әйтеүенсә, Ырымбур өлкәһендә эш башлаған техникум, янғын сығыу сәбәпле, 1879 йылда Өфөгә күсерелә. Ер үлсәүселәр училищеһы тип атала ул саҡта. Аҙаҡ Өфө урман-техник хужалығы техникумы тип йөрөтөлә башлай. Әле бай йөкмәткеле музей асыу өсөн тарихи мәғлүмәттәр, ҡомартҡылар туплайҙар һәм эҙләйҙәр. Шуға һеҙҙә уҡыу йорто тарихы менән бәйле материалдар бар икән, Өфө урман-техник хужалығы техникумына килтерергә мөмкин.


Автор фотолары.
Читайте нас: