Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Май 2019, 16:06

Тигеҙ сафтар булып парад үтте

Баш ҡалабыҙ Өфөлә Бөйөк Еңеү көнөнә арналған төп байрам саралары ҡала Советы алдындағы майҙанда үтте. Бында иртәнсәктән Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында йырҙар яңғыраны.

Баш ҡалабыҙ Өфөлә Бөйөк Еңеү көнөнә арналған төп байрам саралары ҡала Советы алдындағы майҙанда үтте. Бында иртәнсәктән Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында йырҙар яңғыраны.
Дүрт йыл үткәрелмәй торғандан һуң Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары быйыл Еңеү парадына шаһит булды. Октябрь проспекты буйлап тигеҙ сафтар булып хәрби частарҙа хеҙмәт итеүселәр, уҡыу йорттары курсанттары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, хәрби техника үтте. Улар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты кадеттары, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, министрлыҡтың юридик институты курсанттары бар ине. Парад менән полковник Кирилл Иҙрисов етәкселек итте.


А. Нурмөхәмәтов фотолары
Читайте нас: