Йылайыр районының Берҙәш һәм Матрай ауылдары араһы 74 саҡрым тәшкил итә. Бөйөк Еңеүҙең 74-се яҙын ҡаршылаған көндәрҙә ошо юлда велосипедта уҙыш ойошторолдо.
Сараны район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик тәрбиә һәм спорт бүлеге урындағы ветерандар ойошмаһы менән берлектә үткәрҙе.
Йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләү, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен онотмау, хәрби-спорт традицияларын тергеҙеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында ойошторолған уҙышта һәр кем ҙур теләк менән ҡатнашты. Улар 74 саҡрым араны велосипедта алты сәғәттә үтте.
Бындай сараны киләсәктә дауам итергә кәрәк тигән уртаҡ маҡсат барлыҡҡа килде велоуҙышсыларҙа.