Кисә полиция машинаһы түңкәрелһә, бөгөн пассажирҙар автобусы юлдан ситкә сығып осҡан.
Юл һәләкәте бөгөн төш мәлендә Благовар районының Ҡашҡалашы – Шарлыҡ – Йәнеш маршрутында теркәлгән.
Рулдә 33 йәшлек ир-егет булған “Форд-транзит” автобусы юлдан сыға һәм түңкәрелә. Һөҙөмтәлә бер ир һәм бер ҡатын дауаханаға оҙатыла.
Урында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.