Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2019, 17:34

Батырҙар хөрмәтенә

Иртәгә – Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө. Ошо айҡанлы тотош республикала шул йүнәлештәге акциялар уҙасаҡ. Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда был йәһәттән күп эш атҡарыла. Быға республика Хөкүмәтенең 283-р бойороғо ла булышлыҡ итте. Документҡа ярашлы, 20 апрелдән 20 майға тиклем ағас ултыртыу айлығы уҙғарыла.

Был сара сиктәрендә ошо көндәрҙә, Бөйөк Еңеү көнөнә бағышлап, “Хәтер урманы” акцияһы ойошторола. Проект һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлеген мәңгеләш­тереү маҡсатын ҡуя: яу яланында ятып ҡалғандар, яраланып һәләк булғандар һәм хәбәрһеҙ юғалғандар өсөн – “Һеҙҙең батырлыҡ онотолмаған!”, еңеү менән ҡайтҡандарға – “Һалдат – Еңеүсе”, тылда эшләгәндәр хөрмәтенә “Улар еңеү яуланы!” тип исемләнгән саралар уҙа.

Урман хужалығы министрлығы йәштәргә, йәмәғәт ойошмаларына һәм ирекмәндәргә, хеҙмәт коллективтарына 18 майҙа урман фонды биләмәһендә ағас ултыртыуҙы ойоштороуҙы тәҡдим итә.

“Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!” саҡырыуы аҫтында уҙған “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһында Архангел районы ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 27 апрелдә уҙған сарала бөтәһе 701 төп ҡарағай, шыршы һәм ҡайын үҫентеһен ултыртҡандар. Был көндө район үҙәге Архангелдә Мәҙәниәт йортон эргәһендәге Еңеү паркындағы аллеяла – 104, яңы ҡалҡып сыҡҡан “Малиновка” биҫтәһендәге “Башҡортостанға – 100 йыл” аллеяһында – 597, ә ауыл хакимиәттәре биләмәһендә 320 үҫенте тамыр ебәргән. Шулай уҡ Баҫыу участка урмансылығы биләмәһендә биш гектар майҙанда 20 мең төп ағас ултыртҡандар. Ғөмүмән, районда уҙған бындай акцияларҙа 2500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Архангел районы.
Читайте нас: