Иртөбәк йылғаһы буйында ултырған Ғәзиз ауылы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған йылда барлыҡҡа килгән. Ул үткән быуаттың 90-сы йылдарына тиклем мал әҙерләү базаһы була. Ҡарттар һөйләүенсә, ауыл эргәһендә Иртөбәктән башҡа тағы ла бер йылға аҡҡан. Ошо тирәгә Ғәзиз исемле уҙаман йылҡы өйөрө менән йәйләүгә сығыр булған. Тора-бара йылға исеме лә Ғәзиз булып киткән. Аҙаҡ һыу урынында йырынты ғына ҡала, уны “Бүре соҡоро” тип йөрөтәләр. Хәҙер ул ер күмелгән, унан юл үтә.
Егелеп эшләгәндең донъяһы ла етеш
Ауыл халҡының үтенесе буйынса ауылға Ғәзиз исеме бирелгән. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында унда 108 кеше йәшәгән. Хәҙер 31 йортта 83 кеше иҫәпләнә. Электр уты, телефон бар, тик “зәңгәр яғыулыҡ” ҡына үтмәгән. Ауыл осондағы ағаслыҡтан күренгән йорт башланғыс мәктәп булған. 2012 йылда ул ябылған.
Ғәзиздән район үҙәгенә тиклемге ара – 14 километр, ауыл биләмәһе үҙәгенә – һигеҙ самаһы. Оло йәштәгеләр һаны – 80, балалар – 23 кеше. Был – рәсми күрһәткестәр.
Бында бик матур ғаиләләр көн итә. Һәр кем үҙ йүнен үҙе күрә, кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетә, мул итеп баҡсаһын үҫтерә. Урында эш булмағанға әллә ни зарланмайҙар ҙа. Ирҙәрҙең күбеһе Мәскәү, Себер яҡтарында эшләй, шәхси хужалыҡтары иҫәбенә донъя нығытыусылар ҙа байтаҡ. Ҡатын-ҡыҙ иһә йорт усағын һаҡлап, балалар баға.
Егәрлеләр донъяны ла ныҡ тота ул. Гөлгөнә Әхтәмова менән Ринат Таһировтарҙың ошонда төпләнеп йәшәүенә 25 йыл булып киткән. Ҡышлыҡ бесәнен дә мул итеп әҙерләгәндәр, ҡыйыҡлап махсус бесәнлек тә эшләгәндәр. Мал бит ауылды ғына түгел, ҡаланы ла туйындыра. Һөт-ҡатығы, май-ҡаймағы, эремсек-ҡорото – барыһы ла үҙҙәренеке. Ҡош-ҡорттары ла бихисап.
Хужабикә сығышы менән Ҡалай (Һикһәнбай) ауылынан. Кейәүгә сығып, бер йыл һауынсы булып эшләгән. Бер-бер артлы өс балаһы тыуғас, тормошон тулыһынса уларға бағышлаған.
– Балалар ҙурайып бөттө инде. Хәҙер һәр кемеһенең үҙ донъяһы. Бәләкәйебеҙҙең һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикле булғас, эргәбеҙҙә, әле уға егерме йәш тулды.
Гөлсинә ҡыҙым Воскресенск мәктәбендә уҡыны. Башҡорттар, нисектер, баҫалҡыраҡ бит инде, урыҫ балалары ныҡышыраҡ та, уҫалыраҡ та һымаҡ. Кластары көслө булды уларҙың. Шулай ҡатнаш класта уҡығанғамы, ҡыйыу, һәр ваҡыт үҙен яҡлап һүҙ әйтерлек булып үҫте, – ти әсә.
Роберт улы – хәҙер үҙе өс бала атаһы. Ғаиләһе менән Күмертау ҡалаһында йәшәй, Себергә йөрөп эшләй.
Гөлсинә Адлерҙа йәшәй, ошо арала кейәүгә сығырға ниәтләгән. Рифат иһә атай-әсәй эргәһендә.
– Ваҡытында ауылда мәктәп бар ине, клуб та, магазин да булды. Тик газ ғына үтмәгән, шуныһы ҡыйыныраҡ. Утын яғабыҙ, ай һайын баллонлап газ һатып алабыҙ. Ҡартая килә ни эшләрбеҙ инде, электр менән йылытыуға ғына күсеп алмаһаҡ... Уныһы ла арзан түгел. Утын яғыу ҙа үҙәккә үтеп китә. Уныһын да етәрлек итеп әҙерләргә кәрәк бит.
Былай күршеләрҙең һәр береһе үҙенсә тырыша. Өйөнә һыу үткәреп, замансалап та эшләп ебәргәндәр бар. Хәҙер ауыл ни, ҡала ни – тырышһаң, ҡайҙа ла үҙ көсөң, үҙ эшең, – ти Гөлгөнә апай.
Ауылда бөгөн магазин да, сауҙа менән булышҡан кешеләр ҙә юҡ. Кемдең еңел машинаһы бар – шул елдереп кенә район үҙәгенә барып әйләнә ала. Ә кемдең ундай мөмкинлеге юҡ, ауылға “баҙар” килгәнен көтә. Һәр айҙың уртаһында, пенсия таратҡанда пәйҙә була күсмә магазин. Эшҡыуарҙар “аҡсалы көн”дө белеп алған: халыҡҡа нимә кәрәк, шуныһын тейәп, сәғәте-минутына килеп тә етә.
– Мораҡтан да килә торғайнылар, хәҙер йышыраҡ Мәләүездән йөрөйҙәр. Ай һайын Ырымбурҙан да бер ағай онмо, көнбағыш майымы, ярмамы – барыһын да алып килә. Аҡсаң булмайыраҡ торһа, бурысҡа ла ҡалдырып китә, – тиҙәр.
“Мука”ны (ауыл халҡы уны шулай йөрөтә икән) был юлы беҙ ҙә тап иттек. Машинаның күренеүе булды, кем ҡулына тоҡ, кем муҡса тотоп автолавка барып туҡтаған ергә ашыҡты.
– Беҙҙе танып-белеп бөткән Илдар ағай. Үткән айҙа аҡсам юҡ ине, ә балалар күмәк, он бөткән. Бурысҡа ла инге килмәй ине. “Ал, мин һинән баҫып аҡса таптыраммы ни? Һинең бит балаларың күп, уларға нимә ашатаһың?” – тип тоғо менән йөкмәп, үҙе үк өйгә индереп китте. Ят кеше булһа ла (ят тигәс тә, беҙҙең төбәк кешеһе түгел тиеүем), ярҙам итергә атлығып тора, – ти бер апай.
Ә ауыл уртаһына уҡ барып туҡтаған еңел машина кейем-һалым һата икән. Уны ла буш итмәне ауыл халҡы, килеүен-килгәс, буш китмәһен тигәндәй, хәйерлек ҡулъяулыҡ-таҫтамалдарын булһа ла алып китте. Бына шулай үҙ яйына йәшәй ғәзиздәр.
Ашаған белмәй, тураған белә
– Ауыл халҡы шул малға күҙ терәп тора инде. Техникаң булһа, бесәнен дә эшләргә була. Беҙҙең социаль пособие булғанға, аҙмы-күпме булһа ла, еңелерәк, ваҡ-төйәгенә ярап ҡала (баланың һаулығын да хәстәрләргә кәрәк бит әле). Мотоблок алдыҡ, шуның менән ер һөрөп, картуф сәсәбеҙ, баҡса ултыртабыҙ. Бесәнде лә үҙебеҙ эшләйбеҙ. Әҙ генә булһа ла, берәй төрлө программалар менән дәүләт ярҙам итеп ебәрһә, халыҡ та дәртләнеп эшләй. Ситтән ҡарағанда, ер бар, мал бар, машина бар, трактор бар – тағы нимә кәрәк, эшлә тигән һымаҡ күренә. Ул эште яйға һалғансы, шул уҡ малдан килем ала башлағансы байтаҡ ваҡыт, көс, тир түгелә, һаулыҡ та көн дә яңырып тормай, – тигән һүҙҙәрендә Гөлгөнә апайҙың хаҡлыҡ бар.
Шулай, ашаған белмәй, тураған белә, уңыш төбө – тырышлыҡ.
Тырышып донъя нығытҡан, мал-тыуар үрсеткән, бала-саға уҡытҡан, ауылды тотоп торған, усағын һүрелтмәгән ҡотло ғаиләләр бихисап бында. Шундайҙарҙың йәнә береһе – Бохармәтовтар.
Рәмзиә Мансур ҡыҙы менән Альберт Миңнулла улы – ябай ауыл кешеләре. Әллә ниндәй байҙарса ла түгел донъялары, аҡса яғынан да өҙлөгөп, етешмәй киткән саҡтары була, әммә уларҙың матди байлыҡҡа тиңләшмәҫ бер хазинаһы бар. Ул да булһа – балалары һәм тырышлыҡтары.
Альберт ағай тамыры менән Ғәзиз ауылынан, ул шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. “Ауыл хужалығын үҫтереү һәм урындағы тауар, сеймал, аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү” муниципаль программаһы буйынса һыйыр малы алғандар, һөт тапшырыуҙы ла, мал аҙығы әҙерләүҙе лә яйға һалғандар.
– Бер аҙыраҡ үҫемлекселек менән дә шөғөлләнеп алдыҡ, баҫымды хәҙер малсылыҡҡа яһайбыҙ. Мал көсө менән йәшәйбеҙ, унлап баш һыйырыбыҙ бар. Яҙ етеп, улар быҙаулап, кәзәләр бәрәсләп, малыбыҙ ишәйеп китте, шөкөр. Ҡышҡылыҡҡа 300 төргәк бесән эшләйбеҙ, ҡыш сыҡҡансы шул етә. Техника булғас, әллә ни ауыр түгел, ауылда шул үҙ тырышлығың менән тормош көтәһең инде, – ти Альберт ағай.
Рәмзиә апай иһә Һөйөштә тыуып үҫкән. Икеһе лә ишле ғаиләнән булғанғамы, үҙҙәре лә бала йәнле – алты балаға ғүмер һәм тәрбиә биргәндәр.
Оло ҡыҙҙары Гүзәл менән Алина башлы-күҙле булған, икеһе лә ошо ауылда йәшәй. Гүзәл – ике бала әсәһе, Алина иһә өс малай тәрбиәләй. Гүзәл – диспетчер, Лилиәләре иһә парикмахерлыҡҡа, иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып, тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштереп йөрөй. Унан һуң тыуған Аделина ла ошо һөнәрҙе һайлаған. Ҡыҙ балаларҙың ир-егет һөнәренә ылығыуының сере атаһында. Бәләкәйҙән Альберт ағай менән бергә техника араһында йөрөп-күреп үҫкән балалар, атайҙарына ярҙам итеү теләге менәнме, техниканы үҙ иткән.
– Ер асылып, яҙ етеү менән: “Атай, һин өйҙә ултыр, ана мал тирәһендә булыш, тракторҙа – беҙ үҙебеҙ”, – тип кенә ебәрәләр (көлә – авт.). Ҡыҙҙарым эшкә шәп. Атайҙары эштә саҡта хеҙмәттең ауыры уларға эләгә торғайны. Сынығып үҫтеләр, утынын да ярҙылар, малын да ҡаранылар. Былтыр Лилиә атаһына тракторҙы ла ремонтлашты әле, һабанын иретеп йәбештереп бирҙе. Уҡыуҙарында ла алдынғылар, яҡшы өлгәшкәндәре өсөн Яңы йыл алдынан ғына премия бирҙеләр уларға.
Улыбыҙ Альфред та тырыш, хужалыҡ эшенә мөкиббән. Әле һигеҙенселә уҡый. Йәйгеһен брама тоҡомло тауыҡтар һатып алды, шуларҙың йомортҡаларын билдәләп, ояға үҙе ултыртты. Мәктәптән ҡайта ла кәртәгә сығып китә. Яҙ етеү менән өйҙә йәшелсә үрсетмәләрен ултырта. Көҙҙән һауыт-һабаһын әҙерләп, тупраҡтарын рәтләп ҡуя, орлоҡто ла матур итеп шыттырып сәсеп, иртә яҙҙан баҡсаға сығарып, йәй буйы үҙе һыу һибеп, тәрбиәләп үҫтерә, уңышы ла мул була. Иң бәләкәсебеҙ Камилла VI класта уҡый, өйҙә бөтә эштә лә ярҙам итә, апайҙарына, ағаһына мал ҡарашырға ла булыша, бәрәстәргә һөт эсереп, тауыҡ йомортҡаларын оянан теүәлләп ҡарап индереп, урынлаштырып ҡуя. Һауыт-һаба йыуһынмы, ашарға бешерергә ярҙам итһенме, ҡул эштәре менән булышһынмы – һәр ваҡыт нимә менәндер булышып йөрөгән көнө уның да, – ти Рәмзиә апай балалары менән ғорурланып.
Улар тоҡомло йорт ҡуяндары ла үрсетә. Был эш менән башлыса Альфред шөғөлләнә. Былтыр 25-кә еткереп, көҙгөһөн һуйып алғандар, күстәнәскә лә таратҡан уңған малай. Ангора (йөн) тоҡомло кәзәләре лә ишле, көҙҙән генә 25-тән 17-гә ҡалдырһалар ҙа, бәрәсләй башлағандар.
Кемдәрҙер заманында еңел аҡса эҙләп, ситкә китеп, тыуған тупрағынан, еренән, иленән, хатта теленән яҙғанда, тыуған ерендә ерегеп, шунда фиҙакәр хеҙмәт иткәндәр иҫәбендә Бохармәтовтар. Улар ауылда төпләнеүҙәренә бер ҙә зарланмай: иген сәсер киң баҫыулыҡтары, мал-тыуар кинәнерлек көтөүлектәре, бесәнлектәре йәйрәп ятҡанда, ҡала ары торһон. Бар көсөн, тырышлығын, күңелен һалып эшләгән был хужаларҙы ысын мәғәнәһендә, ер ҡәҙерен белгән кешеләр, тиергә була.