Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2019, 12:07

Еңеүле май йәшәр йөрәктәрҙә

Изге байрам йылдағыса халыҡты берләштерҙе.

Изге байрам йылдағыса халыҡты берләштерҙе.


Еңеү көнө – халҡыбыҙ өсөн иң ҡәҙерле, изге һәм яҡты байрамдарҙың береһе. Күңелдәрҙә берсә иҫ киткес ҙур ғорурлыҡ, берсә һағыш хистәре уятҡан, күҙ йәштәре аша йылмайтҡан, тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә өндәгән байрам ул. Уны илебеҙ төбәктәрендә генә түгел, Ер шарының төрлө мөйөштәрендә ҙурлап билдәләйҙәр, изге йолаға әйләнә барған “Үлемһеҙ полк” акцияһына йылдан-йыл күберәк дәүләттәр ҡушыла.

Республикабыҙҙың баш ҡалаһында байрам саралары бер нисә көн алда уҡ башланды. Мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында ветерандар менән осрашыуҙар, парктарҙа концерттар, төрлө акциялар үтте, обелисктар, һәйкәлдәр яны тәртипкә килтерелде, ирекмәндәр Еңеү символы булған Георгий таҫмалары таратты.


9 майҙа саралар Еңеү паркында үткән тантана менән башланды. Унда республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Констандин Толкачев, Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Михаил Закомалдин, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Алексей Сидякин, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, депутаттар, ветерандар ҡатнашты. Улар Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә ҡуйылған Мәңгелек утҡа, Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәлдәренә, данлыҡлы башҡорт генералдары Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Күсимов бюстарына, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә сәскә һалды. Сарала ҡатнашыусылар ошо паркта исемдәре мәңгеләштерелгән геройҙарҙы, бөйөк Еңеү хаҡына ғүмерен биргән яҡташ яугирҙәрҙе, һуғыш йылдарында көндө төнгә ялған эшләгән, унан һуңғы емереклектәрҙе тергеҙгән, илде аяҡҡа баҫтырған тыл хеҙмәтсәндәрен бер минут тын ҡалып иҫкә алды.


Артабан төп байрам саралары ҡала Советы алдындағы майҙанға күсте. Бында иртәнән Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы йырҙар яңғыраны. Дүрт йыл үткәрелмәй торғандан һуң Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары быйыл Еңеү парадына шаһит булды. Октябрь проспекты буйлап тигеҙ сафтарҙа хәрби частарҙа хеҙмәт итеүселәр, уҡыу йорттары курсанттары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, хәрби техника үтте. Улар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө мәктәп-интернаты кадеттары, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, министрлыҡтың юридик институты курсанттары бар ине. Парад менән полковник Кирилл Иҙрисов етәкселек итте.

Артабан абруйлы ҡунаҡтар һәм хөрмәтле ветерандар “Үлемһеҙ полк” гражданлыҡ-патриотик акцияһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Сафтың иң алдынан торна тубы рәүешендә өсмөйөш яһап, ап-аҡ кейемдәге балалар үтте. Улар һуғыш арҡаһында ғүмере өҙөлгән кескәй йәндәрҙе һынландырҙы. Арттарынан ҡулдарына яугир атай-олатайҙарының фоторәсемен тотҡан халыҡ ағылды ла ағылды. Улар араһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән уның тормош юлдашы Каринэ ханым да бар ине. Тигеҙ сафтар булып министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары атланы.


Ғөмүмән, “Үлемһеҙ полк” йылдағыса меңдәрсә кешене бер бөтөн итеп берләштерҙе. Был күренештән берсә тән зымбырланы, берсә күҙгә йәш төйөлдө. Һуғыштың бөтә аяуһыҙлығын, тыныслыҡтың күпме ҡорбандар биреп яуланған оло бәхет булыуын өнһөҙ генә һөйләгән акцияла ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара, был сара Рәсәй халҡының берҙәмлеге символына әйләнде, тиһәк тә хата булмаҫ.


Ленин майҙанында “Һалдат бутҡаһы” Бөтә Рәсәй акцияһы, хәрби техника һәм ретро автомобилдәр күргәҙмәһе ойошторолдо, сәхнәнән көн дауамында дәртле лә, һағышлы ла йырҙар яңғыраны.


Комментарийҙар

Сәғит ИШБИРҘИН, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны:

– 1943 йылдың ғинуарында һуғышҡа алынып, Үҙәк һәм Белоруссия фронттары составында тыуған ил азатлығы өсөн көрәшергә тура килде. Тәүге хәрби сирҡанысты Курск дуғаһында алдым. Тыуған илебеҙҙең ғәзиз ерҙәрен, тотош Европаны фашистарҙан азат итеп, Еңеүҙе Берлинда ҡаршы алырға насип булды. 1947 йылда тыуған яғыма – Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылына ҡайтып төштөм. Бөгөн Өфөлә йәшәйем. Балалар, ейәндәр ярҙамынан ташламай, ил, республика етәкселеге ветерандар хаҡында матур хәстәрлек күрә. Барыһына ла рәхмәт.


Йәштәр тыныс тормоштоң ҡәҙерен белһен, тырышып эшләп, илебеҙҙең, республикабыҙҙың иҡтисадын үҫтерһен, ошо матур көндәр өсөн һәләк булған атай-олатайҙарының яҡты хәтеренә мәңге тоғро ҡалһын!


Муса БҮЛӘКҠОЛОВ, тыл ветераны:

– 1946 йылда училище тамамлап, водитель таныҡлығы алдым. Һуғыш әле генә тамамланһа ла, донъя тыныс түгел ине әле, беҙҙе ныҡлы рәүештә хәрби хеҙмәткә әҙерләнеләр. Сталинградҡа йүнәлттеләр, унда һуғыш эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаштыҡ.

Аяҡ күк йөҙө аҫтында йәшәүебеҙгә шөкөр итәйек, тыныслыҡтың ҡәҙерен беләйек. Башҡа бер ҡасан да ундай һуғыш афәте ҡабатланмаһын, тигән изге теләктә йәшәйем.


Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас: