Дуҫыңды белгең килһә, бурысҡа аҡса бир.
Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай, тигән кеүек, Өфө лә ситтән килгәндәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршыламай. Бигерәк тә йәштәргә ауыр бында: эшкә, нигеҙҙә, тәжрибә туплағандарҙы алалар. Ә фатир йә бүлмәне ҡуртымға йәки һатып алыу өсөн бихисап аҡса кәрәк.
Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, үрҙә әйтелгән проблемалар һәр заман өсөн көнүҙәк. Бынан егерме йыл элек тә хәлдәр шулай ине.
Юғары уҡыу йортон тамамлаған саҡ. Йәштәрҙең бер өлөшө республикабыҙҙың ҡала һәм райондарына таралһа, икенселәре Өфөлә ҡалды. Фаягөл менән Нурания икенселәр рәтендә ине. Билдәле сәбәптәр арҡаһында уларҙың исеме үҙгәртеп алынды.
Фаягөл курсташтарынан уңғанлығы менән айырылып торҙо. Ул һәр саҡ белем алырға тырышты, хатта ҡыҙҙар өсөн ҡатмарлы тойолған компьютер, хәҙерге заман технологияларына тиҙ төшөнә ине. Өҫтәүенә, форсат сыҡһа, даими хеҙмәт урыны булһа ла, биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәрен һатты. Аҡса түләнгән һәр эшкә ең һыҙғанып тотоноп, уны намыҫ менән атҡарырға тырышты. Ата-әсәһе, туғандары ла уңған ҡыҙға ҡулынан килгәнсә ярҙам итте.
Шулай итеп, күп тә үтмәй, Фаягөл баш ҡаланың уртаһында тиерлек урынлашҡан фатир һатып алды. Бер бүлмәле булһа ла, үҙ торлағы бар, исмаһам. Дөйөм ятаҡтағы кеүек уны вахтер көтөп ултырмай, ишек тә ябылмай. Ҡасан теләй, шул ваҡытта ҡайтып инә. Өҫтәүенә һуңғараҡ ул тырышып-тырмашып машина ла алды.
Барыһы ла ал да гөл кеүек, әммә бер көн Фаягөлдөң фатир ишеген шаҡыйҙар. Ҡыҙ ишекте барып асһа, унда әзмәүерҙәй ир тора. Үҙен коллектор тип таныштырған ир ҡыҙҙың банкка ярты миллион һумдан ашыу бурысы барлығы хаҡында әйтә. Хужабикә үҙенең һуңғы йылдарҙа бер ниндәй ҙә кредит алмауы тураһында белдереп: “Банк алдында бер ниндәй ҙә бурысым юҡ”, – тип ишекте япмаҡсы була. Ә коллектор Фаягөлдөң кредит алмауы, әммә ҡасандыр әхирәте Нуранияға поручитель булыуы, йәғни яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы, хаҡында әйтә.
Баҡтиһәң, үҙ эшен асам тигән Нурания банкка кредит өсөн ваҡытында түләп бармаған, киреһенсә, кәрәкле сумманы алып, туҙҙырып бөткән. Шуға ошо бурысты поручителдәрҙән – Фаягөлдән һәм Нуранияның иренән түләтмәкселәр икән.
– Әхирәтемдән кредитты ваҡытында ҡаплау-ҡапламауы тураһында, әлбиттә, һораштым. Ул мотлаҡ түләп барыуы хаҡында әйткәйне. Мәктәп йылдарынан уның менән дуҫ булғас, хатта бер-беребеҙҙең ауылына барып йөрөгәс, ышандым да ҡуйҙым. Их, кем белгән инде уның шул тиклем алдаҡсы икәнлеген, – тип уфтана хәҙер Фаягөл.
Коллектор бер тапҡыр килеп киткәс, юрисҡа кәңәш һорарға йүгерә Фаягөл. Һөҙөмтәлә уның кәңәшен тотоп, фатирын да, машинаһын да, йәғни бар мөлкәтен бәлиғ булмаған һеңлеһенә яҙҙыра. Был банк уның мөлкәтен тартып алмаһын өсөн эшләнелә. Артабан бер-бер артлы судтар... Еңеп сыға уларҙы Фаягөл, әммә әллә күпме аҡсаһы, сәләмәтлеге юҡҡа сыға. Ә Нурания менән хәҙер әхирәт түгелдәр, баҡтиһәң, уны ошо ваҡиғанан һуң хатта күргәне лә юҡ икән.
Был хәлдән һуң яҡынса ун йыл үтте. Әммә әле һаман Фаягөлдөң йәшәгән фатиры ла, машинаһы ла үҙенең исемендә түгел, ике туған һеңлеһенә яҙҙырылған. Коллекторҙарҙың килеп йонсотоуы ла онотолмаған. Бөгөн-иртәгә ишек шаҡырҙар, аҡса талап итерҙәр тигән шик бар унда.
Микрофинанс ойошмалары тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Район үҙәктәрендә, ҡалаларҙа аҙым һайын улар. Һәр кемгә ымһындырғыс проценттар менән аҡса тәҡдим итәләр. Шулай бер нисә мең һум ғына алып торам да аҙаҡ кире ҡайтарам, тип бурыс һаҙлығына бата ҡайһы берәүҙәр.
Ойошмала кредит алғанда берәй туғаныңдың йәки дуҫыңдың телефон һандарын, уның тураһындағы мәғлүмәттәр ҡалдырыуҙы талап итәләр. Марсель дә, дуҫы Илнурҙың кредитҡа алынған аҡсаны ваҡытында түләп барырына ышанып, поручитель була. Был хаҡта ул хатта ҡатынына ла әйтмәй. Уның ризалыҡ бирмәйәсәген белеп тора бит инде.
Ярты йыл буйы дуҫы бурысты ваҡытында ҡаплап бара. Аҙаҡ Илнурҙың аҡса түләмәүе хаҡында шылтырата башлайҙар. “Эш хаҡын ваҡытында бирмәйҙәр, көттөрәләр”, – тип яуап ҡайтара ул. Марсель дуҫының һүҙҙәренә ышана, әммә бурыс барлығы хаҡындағы хаттар күбәйгәндән-күбәйә. Тәүгеләрен ҡатыны күрмәгәндә генә йыртһа, башҡаларын йәшереп өлгөрмәй ир. Кәләше хәлде аңлатыуҙы талап итә башлай. Өҫтәүенә, күп тә тормай, дуҫы ла юҡҡа сыға. Шылтыратһа, телефонды берәү ҙә алмай, фатир ишеген бер кем асмай. Асыуға иң ныҡ тейгәне: Илнур микрофинанс ойошмаһынан аҡсаны айфонлы булыр өсөн алған! Бәйләнеш, элемтә өсөн ябай телефон бармаймы ни?! Уның еңел холоҡлолоғо, яуапһыҙлығы һөҙөмтәһендә бурысҡа бат инде! Хәҙер коллекторҙар фирмаһынан ике кеше йөҙәтә уны: беренсеһе суд менән янай, икенсеһе бурыс проценттарының артыуы хаҡында иҫкәртә. Илнур был бурысты түләргә йыйынмай. Ул адвокат ялламаҡсы.
Хәҙер һәр кемдең тиерлек ҡулында кредит картаһы бар. Файҙалана белһәң, бик уңайлы ул. Әммә карта өсөн дә ваҡытында аҡсалата иҫәпләшеү хәйерле.
Танышымдың ҡыҙы кәрәкле сумманы түләй алмаған. Сәбәбе ябай ғына: эш хаҡын ваҡытында бирмәгәстәр, бурысты ҡаплай алмай һәм, борсомайым тип, әсәһенә өндәшмәй. Һуңғараҡ ҡыҙ банкка барғас, бурыстың коллекторҙар фирмаһына тапшырылыуы асыҡланған. Был осраҡта шуны хәтерҙә ҡалдырыу яҡшы: әгәр коллекторҙар кредит картаһы шарттары буйынса ҡаралмаған, өҫтәүенә һеҙҙән бурыс өсөн процент, тағы ниндәйҙер штраф иғәнәһен талап итһә, түләмәһәгеҙ ҙә була. Коллекторҙарҙың тап шулай аҡса эшләгәнен хәтерҙән сығарырға ярамай. Банк тарафынан ҡаралған бурысты ғына ҡайтарырға кәрәк. Бынан тыш, эштең банктан коллекторҙар фирмаһына күсерелеүен иҫбатлаған документтарҙы талап итегеҙ.
Әгәр кемгәлер поручитель булһағыҙ, уның кеүек йөкләмәләрҙе үҙ өҫтөгөҙгә алыуығыҙ хаҡында онотмағыҙ. Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ, тигәндәй, кредит алыр алдынан түләй алыу-алмауығыҙ хаҡында ентекле уйлағыҙ. Был күңел тыныслығығыҙ, хатта сәләмәтлегегеҙ өсөн бик кәрәк. Шул осраҡта коллекторҙар һеҙҙе йонсотмаҫ.
– Хәҙер кеше бурысҡа батып бөткән инде. Шуға түләй алмаған осраҡта ҡурҡып, ҡасып ятмаһындар, банкка барып, проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләһендәр. Ошо осраҡта ғына “неустойка”, йәғни штраф күләмен кәметеп була.
Ләйсән МӨРСӘЛИМОВА, ашнаҡсы:
– “Кредит” һүҙенән миндә ысын мәғәнәһендә аллергия. Бер ҡасан да поручитель булырға, бурысҡа аҡса алырға йыйынмайым. Бер ауыҙы бешкән өрөп ҡаба, тигәндәре шулдыр инде. Башҡаларға ла уйлап эш итергә кәңәш бирәм. Аҡсаны ҡулға алыу рәхәт ул, ә бына түләү еңел түгел.
Былтыр Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына кредиторҙарға һәм коллекторҙарға ҡарата 359 ялыу килгән. Уларҙы ҡарағандан һуң, 51 протокол төҙөлгән. Һөҙөмтәлә судтар 1,5 миллион һум күләмендә штраф һалған. Халыҡ иң төп хоҡуҡ боҙоуҙар тип, нигеҙҙә, коллекторҙар тарафынан шылтыратыуҙарҙың һәм смс-хәбәрҙәрҙең артыҡ күп булыуын күрһәткән. Бынан тыш, бурыслыларға психологик баҫым яһалған һәм бурыс күләме дөрөҫ иҫәпләнмәгән. Әгәр кредиторҙар һәм коллекторҙар хоҡуҡтарығыҙҙы боҙһа, түбәндәге адрес буйынса ялыу яҙа алаһығыҙ: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 95-се йорт йәки 8(347) 273-71-49 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.