Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2019, 17:15

Тәүҙә – ҡатынды, унан хоҡуҡ һаҡсыларын...

Мәләүездә йәшәгән 27 йәшлек ҡатын үҙәк район дауаханаһына тән йәрәхәттәре менән килтерелгәс, хәлде тикшереү өсөн урынға полиция хеҙмәткәрҙәре килә.

Фто: itd0.mycdn.me
Фто: itd0.mycdn.me
Мәләүездә йәшәгән 27 йәшлек ҡатын үҙәк район дауаханаһына тән йәрәхәттәре менән килтерелгәс, хәлде тикшереү өсөн урынға полиция хеҙмәткәрҙәре килә.
Хоҡуҡ һаҡсылары 22 йәшлек һуғыш суҡмарын бер йорттоң подъезында таба. Ул ике танышы менән бергә була. Барыһы ла иҫерек. Һөйләшеү барышында улар үҙҙәрен бик агрессив тота, ике полиция хеҙмәткәрен йәрәхәтләй.
Хоҡуҡ һаҡсыларына буйһонмау дәлиле буйынса административ протоколдар төҙөлгән. Материалдар Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетына тапшырылған.
Дауаханалағы ҡатынды йәрәхәтләгәне өсөн 22 йәшлек иргә енәйәт эше асыу мәсьәләһе хәл ителә.
Читайте нас: