Икенсе Этҡол ауылында йәшәгән Өмөниса Әлмөхәмәтова бер быуатлыҡ оло юбилейын билдәләне. Тотош дәүерҙең тере шаһиты булған инәй Башҡортостанға тиңдәшлегенә сикһеҙ ғорурлана.
“Һөйөклө республикам менән бер йәштәбеҙ. Бының өсөн сикһеҙ ғорурмын, – ти Өмөниса Юныс ҡыҙы. – Күптән түгел район үҙәгендә ойошторолған ҙур концертты ҡарап ҡайттым. Күңелем тулып, хәтирәләргә бирелеп алдым. Тормош шул ҡәҙәр матур хәҙер, ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ!”
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йөҙйәшәр инәйҙең зиһене яҡты, хәтере шәп, күҙҙәре үткер. Әле лә киң мәғлүмәт сараларынан республика яңылыҡтары менән даими танышып бара, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләренең хәлен телефон аша көн һайын белешә, ауылдаштарының тормош-көнкүреше менән хәбәрҙар.
Инәйҙе оло юбилейы менән ҡотларға Баймаҡ районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина етәкселегендәге делегация килде. Улар Өмөниса Юныс ҡыҙына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау открыткаһын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ауыл ағинәйе республикала иғлан ителгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып, ағас ултыртты. Тимәк, Беренсе Этҡолда йөҙйәшәрҙәр аллеяһында тәүге үҫенте бар хәҙер. Киләсәктә бында ағастар артҡандан-арта барһын!