Кисә кис Өфөләге Адмирал Ушаков урамы янында урынлашҡан “5-се тара базаһы” кооперативының шәхси гараждарында янғын сыҡҡан.
Урынға шунда уҡ махсус машиналар, ҡотҡарыусылар, медицина, полиция хеҙмәткәрҙәре ебәрелгән.
“Газ баллоны шартлап, һөҙөмтәлә дүрт гараж зыян күргән, уларҙағы бар мөлкәт янған. Бокстарҙа транспорт саралары булмаған”, – тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы матбуғат хеҙмәтенән.
Янғын һүндерелгән. Ҡаза күргәндәр, һәләк булғандар юҡ. Хәлдең сәбәптәре асыҡлана.
Ведомствола газ ҡорамалдары менән һаҡ булыу, хәүефһеҙлек сараларын онотмау мөһимлеген иҫкәртәләр:
1. Газ ҡорамалдарын, баллондарын был продукцияны таратыуға сертификаты булған махсус ойошмаларҙа ғына һатып алырға кәрәк.
2. Газ ҡорамалдарын белгестәрҙән йыл һайын мотлаҡ тикшертеү мөһим.