Нәфис гимнастика буйынса данлыҡлы чемпион Алина Кабаеваның игеҙәк сабыйҙары тыуған. Dom2Life сайты хәбәр итеүенсә, уға В. И. Кулаков исемендәге акушерлыҡ һәм гинекология үҙәгенең иң яҡшы табиптары ярҙам иткән.
Был баҫма хәбәрселәре белдереүенсә, хәл 7 майҙа уҡ булған. Алина Кабаева өсөн клиниканың тотош дүртенсе ҡаты бушатылған, унда ситтәр индерелмәгән. Донъяға ике малай килгән.
Ә бит яңыраҡ ҡына бер интервьюһында билдәле гимнаст үҙен тулыһынса эшкә арнарға йыйынғанын белдергәйне. Әлеге мәлдә ул “Спорт-Экспресс” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советын етәкләй, шулай уҡ “Национальная Медиа Группа” холдингы директорҙар советы рәйесе булып тора.