Йылы көндәр башланыу менән тәҙрә аша балалар һәм үҫмерҙәрҙең ҡолап төшөү осраҡтары артты.
Май баштарында Учалы ҡалаһында дүртенсе ҡаттан 12 йәшлек ҡыҙ осоп төшкәйне. Ул бик күп йәрәхәттәр алған, әммә тере ҡалған.
Кисә иһә был хәл Өфөлә ҡабатланды. Октябрь проспектында урынлашҡан йорттоң өсөнсө ҡатынан 13 йәшлек ҡыҙ осоп төшкән.
Урынға шунда уҡ табиптар, полиция хеҙмәткәрҙәре барған. Ҡыҙҙы төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға алып киткәндәр. Хәлдең сәбәптәре асыҡлана.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙың ғүмере һәм һаулығы һеҙҙең ҡулда. Уны үҙегеҙ ҡайғыртырға тейеш. Көн эҫе тип тәҙрәне асып ҡуймағыҙ. Москит селтәрҙәренә ышанмағыҙ. Иң ышаныслыһы, тәҙрәгә тимер рамдар ҡуйыу йәки уны бикләп, асҡысын йәшереп ҡуйыу. Ғәзиздәребеҙҙе һаҡлайыҡ!