Бишбүләк районының һаулыҡ һаҡлау тарихы 1913 йылда Айыт ауылында һигеҙ урынлы дауахана асылыуҙан башлана. 1930 йылда, район һаулыҡ һаҡлау бүлеге төҙөлөү менән, Бишбүләк ауылында 30 урынлыҡ дауахана файҙаланыуға тапшырыла. 2009 йылдың октябрендә иһә 23 төрҙәге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса киң профилле дауахана асыла.
Әле Бишбүләк район үҙәк дауаханаһы, 22 меңдән ашыу кешегә дауалау-консультация ярҙамы күрһәтеп, үҙ структураһына 85 урынға иҫәпләнгән стационар, ике сменала эшләүсе, 42 урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационарға 300-ҙән ашыу кеше йөрөй алырлыҡ поликлиниканы үҙ эсенә ала. Шулай уҡ структураға Айыт hәм Михайловка ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, 50 кешегә иҫәпләнгән ете урынлыҡ көндөҙгө стационар, Дим дөйөм практика табиплыҡ үҙәге hәм 36 фельдшер-акушерлыҡ пункты инә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: күптән түгел Михайловка ауылы табип амбулаторияһына бына тигән ремонт үткәргәндәр. Бөгөн табиптар кабинеты, стационар медицина ярҙамы алыусылар өсөн палаталар, санузел бөтә санитар нормаларға һәм ҡағиҙәләргә яуап бирә. Шаҡтай ремонт район һәм урындағы бюджет аҡсаһына эшләнгән, бынан тыш меценаттар ҙа ярҙам ҡулы һуҙған.
Yҙәк район дауаханаһы составында терапия, педиатрия, йоғошло ауырыуҙар, хирургия бүлектәре, паллиатив ярҙам бүлеге, өс ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы эшләй. Стационарҙа йыл һайын 3000-гә яҡын кеше дауалана, 500-ҙән ашыу операция яһала. Поликлиникала 15 белгеслек буйынса табиптар ҡабул итә.
2015 йылдың июненән алып райондың һаулыҡ һаҡлау системаһын Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Федерацияһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған Андриян Михайлович Павлов етәкләй.
Учреждениеның эш сифаты тәү сиратта белгестәрҙең квалификацияһына бәйле. Бөгөнгө көндә халыҡҡа 41 табип hәм 200 урта медицина хеҙмәткәре медицина ярҙамы күрһәтә. Коллективта “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған өс табип эшләй, улар араһынан берәүһе “Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләнгән, бер шәфҡәт туташы “Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһенә лайыҡ булған, бер акушер – “Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре”, 11 табип hәм 11 урта медицина хеҙмәткәре “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләнгән.
Һуңғы йылдарҙа амбулатор-поликлиника звеноһы берҙәм электрон селтәргә индерелгән. Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһын файҙаланып, мәғлүмәти киоск (инфомат) аша табиптарға электрон яҙылыу хеҙмәте булдырылған. Ауырыуҙарға электрон медицина карталары асылған. Тәҡдим ителгән критерийҙар hәм шаблондар нигеҙендә “Әҙәпле регистратура” проекты индерелә.
Һуңғы өс йылда районға алты йәш табип килгән, икәүһе “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә урынлашҡан, улар уңайлыҡтары булған фатир менән тәьмин ителгән. Әйткәндәй, район үҙәк дауаханаһы етәкселеге участка терапевтарын, травматолог һәм ортопед, онколог, рентгенолог һәм хирург, дерматовенеролог кеүек табиптарҙы эшкә көтөп ҡала.
2018 йылдың декабрендә hәм 2019 йылдың февралендә автомобиль паркы “А” класлы ГАЗ-3221, УАЗ-39623 ”Ашығыс медицина ярҙамы” машиналары менән тулыландырылған.
Ваҡыт бер туҡтауһыҙ алға бара hәм медицина хеҙмәткәрҙәре алдына ла яңы бурыстар ҡуя.
— Беҙҙең төп маҡсат — медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын, демографик хәлде яҡшыртыу, эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем кимәлен кәметеү, кешеләрҙең ғүмер оҙайлылығын арттырыу, планлы диспансерлаштырыу үткәреү, — тине район үҙәк дауаханаһы баш табибы Андриян Павлов.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.