Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2019, 17:04

Ил ағаһын тәбрикләнеләр

Дәүләттең төп көсө – белгестәрҙә.

Дәүләттең төп көсө – белгестәрҙә.


Бик күп йылдар тыуған Башҡортос­танына фиҙакәр хеҙмәт итеп, хәҙер Мәскәү ҡалаһында йәшәгән һәм ижад иткән абруйлы яҡташыбыҙ 75 йәшлек матур юбилейын билдәләне. Ул – республика­быҙҙың билдәле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, иҡтисад һәм философия фәндәре докторы, профессор Хәлил Әбүбәкер улы Барлыбаев.


Фән үрҙәренә илткән юл


Был сараны “Башҡортостан” дәү­ләт концерт залында ойоштороу һәм тәбрикләү һүҙҙәрен еткереү өсөн республика Башлығы хаки­миәте, Хөкүмәте, күп уҡыу йорттары һәм ижади ойошмалар вәкилдәре, уның менән төрлө урында бергә эшләгән коллегалары, ғалимда белем алған элекке студенттары, яҡын дуҫтары һәм туғандары ҡат­нашты.

Сараға республиканың һәм илдең төрлө төбәгендә йәшәүсе яҡташ­тары һәм ауылдаштары ла килеп еткәйне.

Ҡасандыр Баймаҡ районының Йомаш ауылы мәктәбенән ете йыл­лыҡ белем алып сығып киткән йәш кенә егеттең Стәрлетамаҡ зооветтехникумына уҡырға барып инеүе уның үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫы­уының тәүге һынаулы аҙымы бул­ған. Егеттең колхозды төҙөүсе һәм етәкләү­селәрҙең береһе булып эшләгән атаһының кәңәшен тотоуы был тип ҡарарға кәрәк, сөнки ул ваҡытта “Һаҡмар” колхозы Баймаҡ райо­нының иң алдынғы хужалыҡ­тарының береһе булған һәм гөрләп сәскә атҡан мәл ине. 100 йыллығын ҡаршыларға йыйынған ошо уҡыу йортоноң байрамға саҡырып сығыш яһаған хәҙерге директоры Роберт Юнир улы Кәри­мовтың һүҙҙәрен юбиляр бик тулҡынланып, шатланып ҡабул итте. Был уҡыу йортоноң киләсәгенә лә ишара ине. Нисек әйтһәң дә, илде туйындырған шул ауыл хужалығы бит инде, ә хужалыҡтың төп көсө белгестәрҙә икәнен онотмайыҡ.
Йәштән физик эштә, тормош һынауҙарында сынығып үҫкән егет өс йылдан ашыу Будапешт ҡалаһында Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеүҙе еңел, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы үткәрә. Унда төрлө хәрби-сәйәси әҙерлектәрҙә, спорт һәм башҡа йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнашып, хатта урындағы халыҡ, венгр йәмәғәт ойошмалары менән аралашып, мадьяр телен яҡшы үҙләштереп, үҙенең оҫта­лыҡтарын арттырыуға, физик һәм әхлаҡи яҡтан сынығыуға өлгәшә. Әйткәндәй, ул армиянан ҡайтышлай Башҡортостан ауыл хужалығы инс­титутына һынау тотоп, студент булып ҡайта, ә һуңынан экстерн имтихандар аша урта мәктәп аттестаты алып, Мәскәү дәүләт универси­тетының иҡтисад факультетына ла уҡырға инә. Студент йылдарын Хәлил Барлыбаев “Мәскәүҙе яулау осоро ине”− тип хәтерләй. Был йылдарҙа ул төрлө йәмәғәт эштәрендә ең һыҙғанып эшләй, күп ваҡыт Мәскәүҙә уҡыған һәм йәшәгән Башҡортостан вәкил­дәре яҡташ­лығын етәкләй. Бишенсе курсты тамамлар өсөн диплом эшенә материал тупларға яҡташы­быҙ ярты йылға Һиндостанға юллана. Әйтергә кәрәк, ул осорҙа бындай форсат бик һирәк студентҡа эләгә. Диплом яҡлаған саҡта уҡ уға аспирантурала уҡырға тәҡдим итәләр, һәм был бурысты ла ул уңышлы атҡарып, канди­датлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Әлбиттә, шул уҡ йылдарҙа Мәс­кәү дәүләт университетын тамам­лаған фән кандидатын Башҡорт дәүләт университетына бик теләп эшкә саҡыралар. Ул ошонда политэкономия кафедраһында ассистенттан алып профессорға, кафедра мөдиренә, ә аҙаҡ БДУ проректоры дәрәжәһенә тиклем үрләй һәм 1991 йылда иҡтисад фәндәре докторы тигән ғилми исемгә диссертация яҡлай.
Күп тә үтмәй, йәш фән докторын Башҡорт­остан Хөкүмәтенә, йәғни БАССР Министрҙар Советының иҡтисад бүлеге менән етәкселек итергә эшкә саҡыралар. 1992 – 1995 йыл­дарҙа уға Башҡортостан­дың дәүләт мөлкәте фондының тәүге ойоштороусыһы һәм рәйесе бу­лараҡ эшләргә, һуңынан был фондты үҙенең ини­циа­тиваһы менән Башҡортостан мөлкәтенә идара итеүсе комитет итеп үҙгәр­тергә һәм етәк­ләргә насип була. Уның элекке хеҙмәттәш­тәре сәх­нәнән тороп Хәлил Барлы­баев­тың республиканы үҫтереүгә индер­гән өлөшөн бик матур итеп иҫкә алды һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.


Әле лә ғилем юлында


Үҙемдең яҡтан ул осорҙағы ва­ҡиғалар тураһында шуны әйтер инем: яҡташыбыҙ 1989 – 1991 йыл­дарҙа барған Башҡортостан мөстә­ҡиллеге өсөн көрәшеүсе­ләрҙең иң алғы рәтендә булды. Әйтәйек, 1989 йылда Нефтселәр һарайында үткән Башҡорт халыҡ үҙәге “Урал”ға нигеҙ һалыу съезын ойоштороусылар, ике төп докладты башҡарыусылар Рәшит Шәкүр менән Хәлил Барлыбаев булды. Ул осорҙа миңә “Аҡ тирмә” йәмәғәт ойошмаһын төҙөүселәрҙең береһе булыу форсаты тейҙе. Әлбиттә, был эштә беҙҙең бөгөнгө юбиляр шулай уҡ иң алдынғылар рәтендә ҡатнашты.
1999 йылда Хәлил Әбүбәкер улы Рәсәй Феде­рацияһының Дәү­ләт Думаһына депутат итеп һай­лана. Иҡтисад өлкәһендәге билдәле шәхес булараҡ, депутат Дәүләт Думаһында бик тиҙ эшкә ылыҡ­тырыла һәм мөлкәт комиссияһы­ның рәйесе урынбаҫары сифатында ең һыҙға­нып эш­кә егелә. Евгений Примаков, Геннадий Селез­нев, Станислав Говорухин кеүек билдәле шәхес­тәр менән бергә эшләү, Рәсәй кимәленән алып донъя кимәленә тиклем күтәрелеү өсөн бай­таҡ интеллектуаль көс һалырға тура килә уға.
Дәүләт Думаһында эшләү осорон­да ул республика мәктәптәре һәм мәҙәни-ағартыу учреж­дение­лары, Башҡорт дәүләт университеты, Баш­ҡорт дәүләт ҡурсаулығы һәм башҡа ойош­маларҙың, төрлө граждандарҙың шәхси мән­фә­ғәт­тәрен яҡлау өсөн күп көс һала, тейешле һөҙөмтәләргә өлгәшә. “Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә – халыҡ бе­лер” тигән мәҡәл, моғайын, Хәлил Әбүбәкер улы кеүек ил ағаһына ҡарата әйтелгәндер. Бы­ны “Башҡортостан” дәүләт концерт залын тулты­рып килгән халыҡ тәрән аңланы, шул һүҙ­ҙәр­ҙең дөрөҫлөгөн, нәҡ уға ҡарата әйтелгәнен тойҙо.
Сәхнәгә сығырға теләүселәрҙе саҡырыуҙан алда, кисәне алып барыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев юби­лярға килгән ҡотлау телеграммаларын уҡып ишеттерҙе. Исемлектә Баш­ҡортостан Башлығы вазифа­һын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Хәбиров, Башҡортостан Парламенты Рәйесе К. Толкачев, Рәсәй Дәү­ләт Думаһы рәйесе урынбаҫарҙары А. Жуков, И. Мельников, Баш­ҡортостан Хө­күмәте Премьер-министры урын­баҫары И. Тажетдинов, БДУ ректоры Н. Морозкин, БДБҠ рәйесе Д. Ғәй­нуллин һәм башҡа күптәр бар ине.
Шәхескә рәхмәт һүҙҙәрен етке­реү өсөн килгән кешеләрҙең күплеге һәм абруйлы булыуҙары мине хайран итте: тәбрикләүселәр араһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары О. Полстовалов, Рәсәй Федераль Йыйы­лы­шының Федерация Советы ағзаһы И. Ялалов, Башҡортостан Конституция суды Рәйесе З. Йәнекәев һәм башҡалар булды. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: юбиляр респуб­ликабыҙҙың иң юғары наградаһы – “Башҡортостан Респуб­ликаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены һәм башҡа ойошмаларҙың орден-миҙалдары менән бүләк­ләнде. Кисәгә айырыуса йәм биреп торған, юбилярға арналған йырлы-музыкаль бүләктәр тураһында ла әйтмәү мөмкин түгел: “Мираҫ” ансамбле башҡарған “Тирмә янында”, “Йыуаса”, “Себер” тантаналы композициялары, “Йатаған” этно-төр­көмөнөң аһәңле халыҡ көйө, И. Арал­баев, А. Ғайсаров, З. Бәх­тиева, Ф. Иркина, М. Ҡотоев, В. Зәкиев, Фирүзә Париж, А.Туҡтағолов, М. Ис­ҡужина, С. Байегет тарафы­нан бик оҫта баш­ҡарылған йырҙарҙан тамашасылар күңелендә яҡты һәм тәрән эҙҙәр ҡалды. Юбилярҙың үҙенең дә, ғәҙәттә, бик етди, ҡайһы саҡ шаян-көлкө һүҙҙәр ҡушып һөйләгән телмәрҙәре, сығыштарға үҙенсә­лекле һығымта бирә барыуы кисәгә айырыуса ҡот өҫтәне.
Хәлил Әбүбәкер улы һаман да ғилми эштә. Монографиялар, фән­ни һәм популяр мәҡәләләр, уҡыу әсбаптары яҙыу өҫтөндә. Иҡтисад фәндәре докторы була тороп та, шуға өҫтәп философия фәндәре буйынса докторлыҡ диссерта­ция­һын яҡлау – уның биографияһының сағыу бер дәлиле, илдә һирәк осрай торған күренеш булып тора. Ул Рәсәй гуманитар фәндәр акаде­мияһы академигы, дүрт томлыҡтан торған “Һайланма әҫәрҙәр”, 15 китап, 160-тан ашыу баҫма хеҙ­мәттәр авторы, Рәсәй Фәндәр академия­һының философия институты профессоры. Үрҙә әйтел­гәндәргә өҫтәп, үҙемдең йәшлек саҡтан бергә тормош юлы үткән фекерҙәшемә шуны теләге килә: яңы үрҙәр һәм артылыштар һиңә, яҡташ ғалим, дуҫ һәм арҡаҙаш!
Читайте нас: