Бүздәк районында көнүҙәк программалар нисек тормошҡа ашырыла?
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәләренә ярашлы, республика райондары һәм ҡалаларында көнкүреш сифатын яҡшыртыуҙы, тирә-яҡ мөхиткә ҡарашыбыҙҙы яңы мәҙәни кимәлгә күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған төрлө программаларҙы тормошҡа ашырыу әүҙемләшә һәм гәзитебеҙ был эште даими күрһәтеп бара.
– Һуңғы аҙналарҙа бер нисә тапҡыр дәррәү өмәләргә сыҡтыҡ, – ти Бүздәк районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Сәйфуллин. – Район хакимиәтенең быйыл 28 мартта ҡабул иткән ҡарары нигеҙендә экологик өмәләр май айында ла дауам итә. Ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары етәкселәренә тирә-яҡтағы биләмәләрҙе төҙөкләндереү, таҙартыу буйынса тәҡдим яһалды. Тәүге ошондай өмәне 6 апрелдә үк Бүздәк ауылының Комсомол паркында үткәрҙек. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәгәндәр ҙә ихаталарын таҙартырға сыҡты. Районыбыҙҙа башҡа сараларҙа ҡатнашыусылар ҙа арта.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү. Республика кадастры мәғлүмәттәренә ярашлы, район биләмәһендә рөхсәт ителмәгән 49 сүп һалыу урыны булған, бөгөнгә уларҙың барыһы ла бөтөрөлгән. Бындағы бөтә ауылдарҙа ла ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын даими сығарыу 2014 йылдың авгусында уҡ ойошторолған.
Быйылғы йылдың 1 ғинуарынан сүп-сар сығарыу менән “Экология Т” йәмғиәте шөғөлләнә, ҡалдыҡтарҙы туплау нормаһы йылына 1,92 кубометр итеп билдәләнгән. Йәмғиәт район биләмәһендә ҡалдыҡтар сығарыу графигын ай һайын аныҡлай, сүпте аҙна һайын алып китәләр.
Подъездарҙы ремонтлау. Районда алдағы алты йылда 100 подъезды ремонтлау планлаштырылған, шуларҙың етмеше – Бүздәк, 19-ы – Ғафури, өсәүһе – Уртакүл, берәр подъезд Ҡаран һәм Ҡаңны-Төркәй ауыл советтарына ҡарай. Шул ниәтте тормошҡа ашырыу маҡсатында тиҙҙән дүрт йорттағы ун подъезда эш башланасаҡ, әле әҙерлек саралары бара. Тәүге сиратта ремонтҡа иң ҙур мохтажлыҡ кисергән подъездар – Киров урамындағы 19-сы һәм 20-се, Ленин урамындағы 26-сы, Матросов урамындағы 11-се йорт һайлап алынған.
Февралдә район хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов, республика программаһына ярашлы, быйыл ремонтланасаҡ йорттарҙа йәшәүселәр менән ике тапҡыр осрашыу уҙғарған. Бынан тыш, ошо ун подъезд буйынса ла йыйылыш үткәргәндәр. Программала ҡатнашырға шул йыйындарҙа хәл ителгән. Быйыл райондағы күп ҡатлы йорттарҙың подъезын ремонтлауға республика ҡаҙнаһынан 1,3 миллион һум бүлеү күҙ уңында тотола. Шуның 95 проценты – республика, ҡалғаны район ҡаҙнаһынан бүленәсәк.
“Башҡорт ихаталары”. Былтыр йорт биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү программаһына халҡы бер мең кешенән ашҡан Бүздәк ауыл советы ҡушылғайны. Ошо сара сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға Монументаль ансамбль урынлашҡан майҙан һәм биш йорт ихатаһы төҙөкләндерелгән. Быйыл В.И. Ленин исемендәге сквер төҙөкләндереләсәк. Киләһе йылдарҙа район мәҙәниәт йортоноң тирә-яғы һәм “Төньяҡ” стадионы ла тәртипкә килтереләсәк.
Күп ҡатлы йорт ихаталарын төҙөкләндереү буйынса “Башҡорт ихаталары” программаһын үтәүгә республика ҡаҙнаһынан 7,6 миллион һум бүленәсәк. Ә район бюджеты һәм милекселәр ҡатнашлығы менән дөйөм сығымдар һигеҙ миллион һумдан ашасаҡ.
Урамдарҙы яҡтыртыу. Быйыл урамдарҙы яҡтыртыу системаһын яҡшыртыу сараларын үтәү маҡсатында дүрт ауылда – Бүздәктә, Ҡаңны-Төркәйҙә, Кәпәй-Ҡыбауҙа һәм Сабайҙа – капиталь ремонт эшләнәсәк. Республика һәм урындағы ҡаҙналарҙан бүленәсәк дүрт миллион һумдан ашыу сығым иҫәбенә энергетик яҡтан отошло лампалар алмаштырыласаҡ, иҫәпләгестәр, ваҡыт релеһы, сымдар яңыртыласаҡ.
Алданған өлөшсөләр. Бүздәк ауылындағы Завод урамында биш йыл элек һалына башлаған өс ҡатлы 31 фатирлы йорт “һаҡаллы төҙөлөш”тәр исемлегенә инергә лә өлгөргән. “21-се төҙөлөш тресы” йәмғиәте эште туҡтатҡас, 2016 йылда төҙөлөшкә яңынан рөхсәт бирелгән, әммә ошо уҡ йылдың ғинуарынан алып был объектта бер ниндәй ҙә йәнлелек күҙәтелмәй.
Төҙөлә башлаған осорҙа был йортта дүрт ғаилә фатир һатып алырға өлгөргән, төҙөлөштөң туҡтап ҡалыуы арҡаһында ҡалған фатирҙар һатылмаған. Алданған өлөшсөләр менән осрашыу буйынса график төҙөгәндәр, ул район хакимиәтенең рәсми сайтында күрһәтелгән. Былтыр 18 декабрҙә үткәрелгән осрашыуҙа хакимиәт вәкилдәре, конкурс идарасыһы ошо йортта фатир ала алмаусыларға арбитраж судҡа мөрәжәғәт итергә һәм торлаҡты тапшырыу тураһындағы талап реестрына инергә тәҡдим иткән. Әлеге ваҡытта төҙөлөштө тамамлап ҡуйыу өсөн смета документтары әҙерләнә.
“Йәшел Башҡортостан”. Был акция районда 27 апрелдә башланып киткән. Ошо көндә Бүздәктә ике Хәтер һәм Спорт аллеяларына нигеҙ һалынған. Уларҙа 170 ҡайын япраҡ ярҙы ла инде. Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре 10 төп кедр һәм 20 төп бук ағасы ултыртҡан. Ярмунса урман хужалығында ла эш был осорҙа әүҙем барған: өмәлә ҡатнашыусыларҙың тырышлығы менән 1,5 гектар майҙанды хәҙер алты мең ҡарағай үҫентеһе биҙәй. Урман фонды һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә урман айлығы 20 майға тиклем дауам итәсәк.