Хәйбулла районының Степной ауылындағы береһенән-береһе матурыраҡ йорттарға, урындағы төҙөк ихата-ҡураларға, сағыу сәскәле баҡсаларға ҡарап, халыҡтың йәшәйеше хаҡында яҡты уйҙар ярала. Тимәк, эшсән һәм уңған халыҡ йәшәй бында, шуға күрә һәр кем үҙ зауығына ярашлы төҙөкләндергән, йорттар төҙөгән. Алдан уҡ шуны билдәләргә мөмкин, ауылда йәштәр төпләнә, яңы йорттар ҡалҡа, тотош Йәштәр урамы барлыҡҡа килә. Йәштәргә өлгө булған, матур һәм фәһемле ғүмер кисергән Миңзифа менән Риф Юнысовтар янына барыу форсаты тейҙе.
Матурлығы һәм төҙөклөгө менән әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп ултырған йортҡа инеү менән баҡсалағы һәм ишек алдындағы шау сәскәгә күмелеп ултырған гөлдәр күҙгә ташланды. Бар тирә-яҡта бөхтәлек хөкөм итә, теплицала ҡыяр өлгөрә, үләндә ҡаҙ бәпкәләре рәхәтләнеп йөрөй. Урамдың таҙалығында йорт хужаһы Риф Шөғәйеп улының ҡулы һиҙелһә, йорттағы тәртиптә хужабикәнең уңғанлығы сағыла.
Риф Шөғәйеп улы оҙаҡ йылдар табип-терапевт булып эшләп хаҡлы ялға сыҡһа, Миңзифа Әйүп ҡыҙы — ғүмерен уҡытыусылыҡҡа арнаған тәжрибәле педагог. 45 йылға яҡын бергә йәшәгән матур пар ике ул тәрбиәләп үҫтергән, әле ете ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй һәм олатай.
Хаҡлы ялдабыҙ тип ҡул ҡаушырып ултырмай Юнысовтар, ҡура тултырып мал-тыуар көтәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Баҡсаларында иһә ишелеп емеш-еләк, йәшелсә уңа. Йорт хужабикәһе ауылда үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында йөрөй, “Ағинәйҙәр” клубының иң әүҙем ағзаларының береһе. Буш ваҡыттарында бәйләргә ярата, төрлө әйберҙәр яһай. Ҡырҡ йылдан ашыу һаулыҡ һағында торған ғаилә башлығы сәләмәт тормошто үҙ итә, ейән-ейәнсәрҙәрен дә шуға өйрәтә.
“Бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәгәндә тормошоң да матур, балаларың да яҡшы тәрбиә ала. Бөгөнгө йәштәргә әйтер һүҙебеҙ шул: йәштән бер-береһен ихтирам итһендәр, ҡәҙерләһендәр, шул сағында беҙҙең кеүек парлы, матур ғүмер кисерергә насип булыр”, — ти улар.