Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 14:01

Ҡайҙа тыуған, шунда файҙаһы тейгән

Яҡташтары тормошон яҡшыртыу – улар иңендә.

Яҡташтары тормошон яҡшыртыу – улар иңендә.


Егәрле кеше ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, был тормошта үҙ шөғөлөн, тәғәйенләнешен таба. Архангел районының Баҡалды ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Урал Шаһиев шундайҙар иҫәбенән. Ул бик йәшләй генә хакимиәт башлығы дилбегәһен ҡулына алып, инде ун йылға яҡын ошо вазифаны уңышлы атҡара, ауылдаштары алдында абруй ҡаҙанып та өлгөргән.


– Элек эшләүе еңелерәк ине. Ул саҡта һалымдың 50 проценты урындағы ҡаҙнаға ҡалды. Ул аҡса төҙөкләндереүгә, ауыл биләмәһендәге башҡа ваҡ эштәргә лә етте. Бөгөн отчетты күп талап итәләр: документ­тарҙың һанлы һәм ҡағыҙ вариантын да тапшыраһың. Тикшереүселәр күп, штрафтар һалып йөҙәтәләр. Мәҫәлән, юл билдәһе ҡуймаһаң, 30 мең штраф сәпәй ҙә китәләр, – ти Урал Сәйфетдин улы.


Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, ысынлап та, бөгөн һанлы технологиялар, роботтар тормошобоҙға ныҡлап үтеп ингән мәлдә талаптар ҙа башҡаса. Ә муниципаль власть кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу, ауылдарҙа инфраструктураны үҫтереү, уңайлы шарттар тыуҙырыу өҫтөндә эшләргә бурыслы.


– Ауылдарҙа халыҡҡа эш юҡ, бигерәк тә беҙҙең районда күпләп хеҙмәт урындары тыуҙырған предприятиеларҙың булмауы хәлде киҫкенләштерә. Шулай булһа ла, йәшәйем тигән кеше яйын таба. Беҙҙең биләмәлә малсылыҡ, ҡортсолоҡ менән әүҙем шөғөлләнәләр, – ти хакимиәт башлығы.


Баҡалды ауыл биләмәһе халҡы өсөн малсылыҡ йәшәү сығанағы булып тора тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Бында һауын һыйырҙары 500-ҙән ашыу, йылҡы малы иһә 250 баш самаһы иҫәпләнә. Былтыр урындағы халыҡ дүрт миллион һумлыҡ һөт тапшырған, ә унан алдағы йылда табыш биш миллион һум булған. Тапшырылған һөт күләмендә тотороҡлоҡ һаҡланһа ла, былтыр һыйыр ағына хаҡ төшөүе килемдең кәмеүенә булышлыҡ иткән. Баҫыу ауылында ҡортто күпләп тоталар. Тирәклелә йүкә балын күпләп алалар. Фермерҙар Белорет районына бесән һата, алыусылар аҡсалата ла иҫәпләшә, ағасҡа ла алмаштыра.


Урал Шаһиев үҙе шәхси хужалығында ете һыйыр, 40-ҡа яҡын һарыҡ, 50-ләп баш ҡаҙ аҫрай, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Тормош юлдашы Айгөл Шәфҡәт ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Ҡатыны – һөнәре буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, әле йәш сабыйы менән өйҙә ултыра.


Урал Шаһиев Тирәкле мәктәбендә белем ала, һуңынан Рәми Ғарипов исемендәге республика 1-се гимназия-интернатында уҡый, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. Университеттан һуң ауылға ҡайтып, хеҙмәт юлын Баҡалды мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Йәш егетте ауылдаштары 2001 йылда ауыл Советы депутаты итеп һайлай, ә инде 2009 йылда уны ауыл хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләйҙәр.


– Йәштәр ауылда ҡала, матур йорттар һала, тырышып донъя көтә. Баҡалды ауыл биләмәһенә һигеҙ ауыл ҡарай. Уларҙа ике меңдән ашыу кеше йәшәһә, 400-ҙән ашыуы – хаҡлы ялдағылар. 812 хужалыҡ бар, уларҙың йөҙгә яҡыны – “баҡсасылар”. Һуңғы йылдарҙа 50-ләп күп балалы йәш ғаилә ерле булды. Беҙ Баҡалды һәм Тирәкле ауылдары биләмәһен 120 гектарға киңәйтеүгә өлгәштек. Яңы барлыҡҡа килгән биҫтәләргә шунда уҡ электр уты һуҙабыҙ, ә бына юл һәм газ сел­тәрен үткәреү буйынса хәл итәһе мәсьәләләр бар. Ғөмүмән, башҡа ауылдарҙы ла зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү проблема булып тора. Мәҫәлән, Тирәклелә ярты ауыл, 55 йорт, газға тоташтырылһа, ҡалған яртыһында газ селтәре юҡ. Ауылдарҙа клубтар ҙа яңыртыуҙы талап итә. Беҙгә ҙур һарайҙар кәрәкмәй, ыҡсымы ла яраған. Биләмәлә алты фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, улар ҙа яңыртыуҙы талап итә, пенсия йәшендәге фельдшерҙарға алмаш кәрәк, – тип бөгөн күпселек ауылдарҙы борсоған мәсьәләләргә туҡталды хакимиәт башлығы.


Баҡалды ауыл биләмәһендә ике мәктәп бар, уларҙа 240 бала белем ала. Әле Баҡалды ауылындағы интернатта 20-ләп бала йәшәй. Уҡыусыларҙы ялға өйҙәренә автобуста алып баралар, йәкшәмбелә яңынан йыйып алалар. Уҡытыусылар ҙа ҡартая, пенсия йәшендәгеләр байтаҡ. “Йәштәрҙе ауылға ылыҡтырыр кәрәк”, – ти хакимиәт башлығы.
Ауыл биләмәһендә полиция хеҙмәткәр­ҙәре менән берлектә спиртлы эсемлектәр һатҡандарға ҡаршы көрәш алып барыла. Элек ауылдаштарын ағыулаған 33-кә яҡын кеше булһа, әле улар һаны 12-гә ҡалған.
– Өйҙәрендә спиртлы эсемлектәр һатҡан кешеләрҙе ай һайын махсус комиссия ултырышына саҡырабыҙ. Күп нәмә полиция хеҙмәткәрҙәре эшенә бәйле. Ауылдарҙа “ағыу” һатыусыларҙы кәметеүгә өлгәшһәк тә, хәҙер таксистар ташый башланы, телефон аша саҡыртып алалар, – тип зарлана Урал Сәйфетдин улы.
Бында ауылдарҙы төҙөкләндереүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Былтыр “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса Баҡалды мәктәбе ихатаһын кәртә­ләгәндәр. Өс ауылға балалар майҙансығы урынлаштырғандар. Ҡурғаш ауылында “Беҙҙең Ҡурғаш” паркын асҡандар. Бындай эштәрҙе ойоштороуҙа ауыл старостаһы Әсҡәт Ишмөхәмәтов әүҙем ҡатнаша. Былтыр “Матур ауыл” конкурсында ҡатнашҡандар. Шуға ла бында өйҙәр төҙөк, волейбол, футбол, балалар өсөн майҙансыҡтар бар.
Родинка ауылында 32 хужалыҡ иҫәпләнһә, бындағы халыҡ та үҙ хужалығы иҫәбенә көн күрә. Беҙ барғанда, шәхси эшҡыуар Айрат Шәйхислам улы Йыһаншин һөт йыйып йөрөй ине. Тырыштарҙың хатта бидонлап һөт тапшырғанын күрҙек. Мәҫәлән, ауыл фельдшеры Венера һәм Урал Вәлиевтәрҙең, хаҡлы ялда булһалар ҙа, алты баш һауын һыйыры бар икән.
– Әле бер литрҙы 16 һум менән ҡабул итәләр, аҡсаны ваҡытында түләйҙәр. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы йыш ҡына килеп, хәлебеҙҙе белеп тора. Эшләһәң, ауылда ла йәшәргә була, – ти Венера апай.
Баҡалды ауыл биләмәһендәге ауылдар яҡшы тәьҫорат ҡалдырҙы. Улар төҙөклөгө менән айырылып тора. Әлбиттә, был йәһәттән хакимиәт башлығы Урал Шаһиевтың өлөшө ҙур, сөнки ауылдың именлеге бөгөн нәҡ уларға – муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең әүҙем эшмәкәрлегенә ҡайтып ҡала. Ундайҙар хаҡында “ҡайҙа тыуған, шунда файҙаһы тейгән” тип әйтәләр.


Архангел районы.



Читайте нас: