Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 16:34

Бар яҡтан да килгән ул!

“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тиһәләр ҙә, ҡатын-ҡыҙ ҙа уларҙан һис ҡалышмай. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Әлиә Мөхәмәтйәрова – быға асыҡ миҫал. Ул – заман менән бергә атлаған рухлы, сая, уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Зауыҡлы итеп түшелдерек, селтәрҙәр яһай, милли кейем тегә, оҫта бейей, күңелгә үтеп инерлек шиғырҙар яҙа. Ғөмүмән, ҡулынан килмәгән һөнәре юҡ уның.

Өфө технология һәм дизайн колледжында – тегенсе, артабан университетта технология уҡытыусыһы һөнәрҙәренә эйә булһа ла, кескәйҙәргә булған сикһеҙ һөйөүе уны балалар баҡсаһына алып килә. Баймаҡтағы “Гөрләүек” балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшкә төшә һәм шул уҡ ваҡытта ситтән тороп М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетында тәрбиәсе һөнәрен үҙләштерә. 2013 йылда “Миләш” балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асҡас, Әлиә Айрат ҡыҙы тәрбиәсе булып эш башлай.

Уның төркөмөнә килеп инһәң, үҙеңде ысын башҡорттар йәшәгән йортҡа эләккәндәй хис итәһең. Ағас һауыт-һаба, сәңгелдәк, һандыҡ өҫтөнә йыйылған ҡорама ҡаралты, милли кейем кейгән ҡурсаҡтар – былар барыһы ла балаларҙа милли рух тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Әлиә Айрат ҡыҙының төркөмөндәге кескәйҙәр тәрбиәле, ярҙамсыл булыуы, саф башҡортса һөйләшеүе менән айырылып тора.

Әлиә Мөхәмәтйәрова район һәм республика кимәлендә үткәрелгән конкурс­тарҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ интернет киңлегендәге бәйгеләрҙән дә ситтә ҡалмай. 2017 йылда башҡорт милли кейеме республика конкурс-фестива­лендә үҙе теккән заманса милли күлдәктәр менән уңышлы сығыш яһап, маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. “Рух ҡошо” район проектында үҙе яҙған шиғырҙы улы Йәмил менән башҡарып, “Тамашасы һөйөүе” призын яуланы.

Илем, телем тип янған, иман юлында булған уңған ханым алдынғы ҡарашлы тәрбиәсе генә түгел, яратҡан әсәй һәм ҡатын. Тормош иптәше менән иңгә-иң терәп, береһенән-береһе аҡыллы дүрт ул тәрбиәләй улар.

Әлиә Айрат ҡыҙына киләсәктә лә ижади ҡомар, йәш быуынды тәрбиә­ләүҙә дәрт һәм дарман юлдаш булһын.

Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: