Халыҡ-ара ғаилә көнө айҡанлы, бөгөн ғаиләле кешеләрҙе эштән бер сәғәткә иртәрәк бушатыу күҙаллана. Был эш кешеләре алданыраҡ ҡайтып, күберәк ваҡытын яҡындары менән үткәрһен өсөн шулай ҡаралған.
Кисә иһә Файҙалы кәңәштәр марафоны үтте. Республика психологтары балаларҙы тәрбиәләү, өлкәндәр һәм үҫмерҙәр мөнәсәбәттәре, тиҫтерҙәрҙең үҙ-ара аралашыу нескәлектәре хаҡындағы һорауҙарға яуап бирҙе.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.