Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 15:37

Тырыштар һөҙөмтәгә өлгәшә

Быйыл Рәсәй халҡы яңы йылға сүп-сар реформаһы менән аяҡ баҫты. Республиканың район-ҡалаларында уны үтәүгә ныҡлап тотондолар. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа был эш яҡшы барһа, икенселәрендә иһә аҡһай.

Быйыл Рәсәй халҡы яңы йылға сүп-сар реформаһы менән аяҡ баҫты. Республиканың район-ҡалаларында уны үтәүгә ныҡлап тотондолар. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа был эш яҡшы барһа, икенселәрендә иһә аҡһай.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, әле Благовар, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Борай, Ҡалтасы, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл, Дәүләкән, Шаран район­дарында һәм Октябрьский ҡалаһында көнүҙәк мәсьәләне хәл итеү яҡшыраҡ ойошторолған.


Мәҫәлән, территориаль схема­ға ярашлы, Благовар районында сүп-сарҙы йыйыу бурысы 1-се төбәк опе­раторының эшмәкәрлек төбәгенә – Өфө ҡала округының “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсуслашҡан автомобиль хужа­лығы” муниципаль унитар пред­прия­тиеһына тапшырыл­ған. Төбәк операторы иһә районда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өлкәһендә эшләгән “Экологик технологиялар” предприятиеһы менән килешеү төҙөгән.


1 майға ҡарата райондағы 65 ауылдан сүп-сар даими сығарыла, йәғни 95 процентты солғап алғандар. Эш график буйынса ойошторолған: район үҙәгендә аҙнаһына – алты тапҡыр, ә ҡалған ауылдарҙа, кеше һанына ҡарап, бер-ике тапҡыр сығаралар. Дөйөм йыйылыштарҙа халыҡ менән килешеп, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тарын йыйыу урындарын билдә­ләгәндәр. Ошо маҡсатта файҙа­ланыласаҡ 400 урын һайланған. Әле ул майҙан­сыҡтарҙа 278 контейнер урынлаш­тырылған, тағы ла 109 һатып алы­насаҡ. Контей­нерҙар өсөн майҙансыҡ­тарҙы төҙөк­ләндереү эштәре дауам итә. Район төбәк операторына сүп-сарҙы күсереп тейәү өсөн ер участкаһын файҙаланыуға тапшырған.


– Хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, төбәк операторы махсус техника менән етерлек кимәлдә тәьмин ителмәгәнлеге тойола. Бынан тыш, район биләмәһендә полигон булмағас, ваҡытлыса һалыу пунктында йыйыл­ған сүп-сарҙы Өфө районындағы Черкассы ауылы эргәһендәге ҡыйлыҡҡа сығара­лар. Әле үк ваҡытлыса йыйыу пункты­ның тулыланыуы ҡаты ҡалдыҡ­тарҙы күмеү урынына сығарыуға ҡарағанда ике тапҡырға тиҙерәк бара.


Иғтибар талап иткән тағы бер мәсьәлә – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тары әйләнеше буйынса күрһәтел­гән хеҙмәт өсөн түләү базаһы белешмәләренең сифатын тәьмин итеү талап ителә. Уны хәл итеү өсөн район хакимиәте, төбәк ташыусы оператор, ЕРКЦ вәкил­дәре, ауыл биләмәләре башлыҡ­тары берлектә кәңәшмәләр үткәрә. Ҡулланыусылар реестрын һорап алдыҡ, әле белешмәләрҙе төҙәтеү эше ҡулдан алып барыла, – тип белдерҙе район хакимиәте белгестәре.


Башҡортостан Хөкүмәтенең 2018 йылдың 12 декабрендә раҫланған бойороғона ярашлы, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар әйләнешенең комплекслы системаһы” төбәк операторы Благовар районы биләмәһендә йылына 20 мең тонна сүп-сарҙы айырыу ҡеүәтенә эйә булған комплекс төҙөйәсәк. Был иһә ҡалдыҡтарҙы сортҡа айырыуға һәм полигонды ваҡытында бушатыуға булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: