Баймаҡ районының Һаҡмар ауылында етеш йәшәргә ынтылған өлгөлө, бөтмөр ғаиләләр күп кенә. Шундайҙарҙың береһе – йәш кенә Сәфәрғәлиндәр. Илфат та, Гөлфиә лә яңы 30-ға аяҡ баҫҡан. Тормош йәме, йәшәү мәғәнәһе булып балалары үҫеп килә: 12 йәшлек Илнур менән һигеҙ йәшлек Батыр ҡул араһына инергә лә өлгөргән, ҡурсаҡ кеүек көләкәс Айгүзәлгә әлегә ике генә йәш.
Сәфәрғәлиндәр крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырып, малсылыҡ тармағы менән шөғөлләнә. “Барыһы ла 2010 йылда 33 баш быҙау һатып алыуҙан башланды”, – тип көлөп хәтерләй улар эшҡыуарлыҡҡа тотонған мәлдәрен.
Әлбиттә, эште яйға һалыу, аяҡҡа баҫыу бер ҙә еңел булмай. Сибай институтының физик тәрбиә бүлеген тамамлаған Илфат менән юғары белемле технолог Гөлфиә ауылда төпләнергә ҡарар итә, әммә һөнәрҙәре буйынса эш булмай. Бына шул саҡта ғаилә башлығы малсылыҡ тармағына тотонорға теләүен белдерә. Был тәҡдимде кәләше лә, ата-әсәһе лә, ҡайны-ҡәйнәһе лә хуплай. Бөгөн дә улар – фермер Илфат Сәфәрғәлиндең иң ҙур ярҙамсылары.
Элекке буш торған ферманы һатып алып, һөт етештереүҙе яйға һалалар. Әле Сәфәрғәлиндәрҙең 180 баш һыйыр малы бар, шуның 70-е – һауын һыйыры. Тағы ла 50 баш йылҡы аҫрайҙар. Мал булғас, уға аҙыҡ та кәрәк – сәсеү эштәре, мал аҙығы әҙерләү өсөн етерлек техника ла туплаған йүнсел ғаилә.
– Ике яҡтан да атай-әсәйҙәр ярҙам итә, хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуҙа уларҙың өлөшө хәтһеҙ, рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ. Хөкүмәт бүлгән 1 миллион 600 мең һумлыҡ грант та иш янына ҡуш булды, – тип хәл-әхүәлдәре менән таныштырып үтте йәштәр. Илфат Шәфҡәт улы ауыл Советы депутаты булараҡ та маҡтауға лайыҡ эштәр алып бара.
Яҡты хыялдарын тормошҡа ашырып, киләһе көнгә ныҡлы ышаныс менән баға Сәфәрғәлиндәр. Ауылды үҫтереү программаһы буйынса ҙур итеп йорт төҙөп ингәндәр, эшселәре өсөн ашхана асҡандар. Был йүнәлештә лә дәүләттең ҙур ярҙамын татыған йәш ғаилә: төҙөлөшкә 1,2 миллион һумлыҡ аҡсалата ярҙам алғандар. Бер һүҙле, уртаҡ маҡсатлы йәштәрҙең тыуып үҫкән ерендә үҙҙәрен табыуы, ауылдаштарын эшле лә, ашлы ла итеп йәшәүе, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмауы ысын мәғәнәһендә һоҡландыра.