Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2019, 13:01

Баш ҡалала – ҙур һәләкәт

Бөгөн иртән Өфөлә юл фажиғәһе булды. “Ҡурсаҡ театры” туҡталышы янында пассажирҙар ташыған “Форд Транзит”, “ГАЗель” йөк машинаһы һәм “НефАЗ” автобусы бәрелешкән.

Бөгөн иртән Өфөлә юл фажиғәһе булды. “Ҡурсаҡ театры” туҡталышы янында пассажирҙар ташыған “Форд Транзит”, “ГАЗель” йөк машинаһы һәм “НефАЗ” автобусы бәрелешкән.


Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йөк машинаһы ҡабырғаһына ауған. Урынға тиҙ арала полиция хеҙмәткәрҙәре, табиптар, ҡотҡарыусылар килгән. Хәлдең сәбәптәре, ҡаза күреүселәр һаны асыҡлана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер нисә кеше йәрәхәтләнгән. Әйтеүҙәренсә, һәләкәт автобустар туҡталышта пассажирҙарҙы сығарған мәлдә булған.


Әлеге мәлдә Октябрь проспектының был урынында хәрәкәт ҡатмарлашҡан. Ҡалала ете баллыҡ тығындар билдәләнгән.


Фото: Дмитрий Шаталин.
Читайте нас: