Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2019, 18:19

"Илебеҙҙең таҙа булыуын теләйбеҙ"

Өфөлә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш иткән төбәк операторҙарының III Халыҡ-ара съезы бара. Сара өсөнсө тапҡыр "Таҙа ил" ассоциацияһы тарафынан ойошторола. Унда төбәк операторҙары, илдең төрлө субъекттары вәкилдәре, сит ил ҡунаҡтары ҡатнаша.

Съезды республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров асып, Башҡортостанда ошо юҫыҡта барған эш менән таныштырҙы.

– Һәр реформа – ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы эш. Беҙҙең республикала ул тыныс һәм ыңғай башланды. – тине ул. –Тәүҙә төбәк операторҙары менән килештек, сөнки ҡалдыҡтар менән ойоштороу эшен һәм алда торған мәсьәләләрҙе беҙ бергәләп кенә йырып сыға аласаҡбыҙ. Тарифтарҙы билдәләү буйынса ла аныҡ план бар, тейешле инфраструктура, контейнерҙар базаһы булдырыу йәһәтенән дә муниципалитет башлыҡтары менән эш алып барыла.

Дәүләт Думаһының Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Валуев йыйындың алда торған бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ыңғай йоғонто яһаясағын белдерҙе. Һуңынан сарала ҡатнашыусылар "түңәрәк өҫтәл"дә фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.

Съезда шулай уҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән заманса техниканың күргәҙмәһе ҡуйылғайны.

Фото: glavarb.ru
Читайте нас: