Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2019, 16:25

Онкология диспансерында – яңы етәксе

Республика онкология диспансерына баш табип итеп Адель Измайлов тәғәйенләнде.

Республика онкология диспансерына баш табип итеп Адель Измайлов тәғәйенләнде.


Ул 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ ҡалыһының 1-се дауаханаһында башлай, 2005 йылдан – БДМУ-ның урология кафедраһы ассистенты, 2012 йылдан – урология кафедраһы профессоры.


Адель Измайлов – 100-гән ғилми мәҡәлә һәм ике уйлап табыу авторы. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем БДМУ клиникаһы баш табибының дауалау эше буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.


– Республика халҡына медицина ярҙамын һәр кем алырлыҡ һәм сифатлы хеҙмәтләндереү өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкмен. Әле илдә ошо мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә ресурстар барлыҡҡа килгән мәл, – тип белдерҙе Адель Измайлов.


Фото: facebook.com
Читайте нас: