Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 18:10

Бүздәккә - бәлеш ашарға

16-18 майҙа Өфөлә һәм Бүздәк районында “Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы”төбәк йәмәғәт ойошмаһына 10 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар уҙғарыла.

16-18 майҙа Өфөлә һәм Бүздәк районында “Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы”төбәк йәмәғәт ойошмаһына 10 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар уҙғарыла.


Бүздәк районында “Бәлешфест” милли ризыҡ фестивале гөрләй. Уның маҡсаты – милләт-ара мәҙәни алмашыу, милли аш-һыуҙы өйрәнеү, төрлө халыҡ вәкилдәрен берләштереү, ҡунаҡсыллыҡ йолаларын таратыу.


Ойоштороусылар билдәләүенсә, сарала ауырлығы 80 килограмлыҡ ҙур татлы бәлеш бешерелә.


Әйткәндәй, фестиваль дүртенсе йыл үткәрелә. Элек ул “Бүздәк бәлеше” тип атала ине. Былтыр “Бәлешфест” Рәсәй Президенты грантын алды.


Читайте нас: