Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 11:45

Өйөр-өйөр йылҡыларың... тибендәме, көтөүҙәме?

Етди яза биреү мәле еткән.

Етди яза биреү мәле еткән.


Халҡыбыҙҙың татлы балы, моңло ҡурайы, шифалы ҡымыҙы менән бер рәттән визит карточкаһына әйләнә барған башҡорт атына ла һуңғы йылдарҙа иғтибарҙың бермә-бер артыуы күҙәтелә. Йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса республика етәкселеге тарафынан да ярҙам ҙур.


Кем ғәйепле?


Республикабыҙ Рәсәйҙә йылҡы малы үрсетеү һәм ҡымыҙ етештереү буйынса беренсе урында. Башҡортос­тандың Урал аръяғы райондары, йәғни Баймаҡ һәм Әбйәлил башҡорт тоҡомло аттың төп генофондын һаҡ­лаған төбәктәр булараҡ яҡшы таныш. Баймаҡтың киң армыттарын 10 мең баштан ашыу йылҡы иңләһә, Әбйә­лилдә был һан 8 мең 399 баш иҫәпләнә. Һуңғы йыл­дар­ҙа малсылыҡты үҫтереү буйынса дәүләт програм­ма­һына ярашлы, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгәндәргә лә гранттарҙың бүленеүе был тармаҡҡа ҡарата иғтибарҙың артыуын күрһәтә.


Йыл һайын республикала ошо йүнәлештә төрлө конкурстар ойошторола, Баймаҡ районында бер нисә йыл рәттән “Башҡорт аты” этно­фес­тивале үтә. Ҡымыҙ­сы­лар, көтөүселәр бәйгеһенән башҡа, ат спорты ярыштары­ның даими ойошторолоуы ла маҡтауға лайыҡ. Быйылдан башлап республика Баш­лығы вазифаһын ваҡыт­лыса башҡарыусы Радий Хәбиров­тың тәҡдиме менән “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡорт­остан” турни­рының үтеүе башҡорт то­ҡомло аттың мәртәбәһен яңы бейеклеккә күтәреүгә бер аҙым булып тора.


Башы ҙур, маңлайы киң, муйыны ҡалын, ҡыҫҡа, мун­даһы түбән, арҡаһы яҫы, ту­ра, үҙҙәре сыҙамлы булған башҡорт аты башҡа йылҡы малынан айырылып тора. Улар ғына йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөй ала. Күп­тәрҙең бындай йылҡы өйө­рөнә иғтибар иткәне барҙыр. Әммә һуңғы осорҙа тибен­лектә йөрөгән аттарҙың юлға сығып, йыш ҡына авария­ларға сәбәпсе булыуы, үлем осраҡтарына илтеүе бер аҙ һағайта төштө. Бигерәк тә Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары аша үткәндә тәжри­бәле водителдәр ҙә аттар­ҙың юлға килеп сығыуынан шөрләп тора. Был осраҡта ғәйеп кемдә: юлда малды күрмәй, уны төкөп йәки тә­ләфләп киткән машина хужаһындамы, әллә малдарын ҡарауһыҙ йөрөткән хужаларындамы?


Яза ҡаты буласаҡ


Тап ошо һорауҙарға яуап эҙләү маҡсатында Әбйәлил районында йылҡысылыҡ йү­нәлешендә үҙ эшен асҡан йүн­селдәр, шәхси ихатала ат тотҡан кешеләр менән бер­лектә район хакимиә­тенең ауыл хужалығы идара­лығында һөйләшеү булды. Сарала шулай уҡ юл хәүеф­һеҙлеге инспекцияһы, район ветеринария станцияһы һәм башҡа тармаҡ вәкилдәре ҡатнашты.


Әбйәлил районы хакимиә­те башлығының беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов әйтеүенсә, районда йыл­ҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә. Былтыр 658 тонна ҡымыҙ етештерелгән, 817 тонна йылҡы ите һатылған, 100 бейәнән 90 баш ҡолон алынған. Йыл һайын шәхси ихаталарҙа аттарҙың артыуы күҙәтелә.


– Һәр йортта тиерлек йыл­ҡы малы бар. Күптәре ҡыш буйы тибенлектә йөрөп сыға. Яҙ етеү менән шәхси секторҙа йылҡы көтөү эше алып барылмай, шунлыҡтан йыл һайын күп кенә фер­мерҙарҙың сәсеүлектәре тапала, уңыш юҡҡа сыға. Юлға сығып, үлем осраҡтарына сәбәпсе булған малдарҙың хужаһы ла табылмай, уны күреүсе, таныусы ла булмай. Был тәңгәлдә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең район беренсе урында, шуға күрә быйылдан башлап ат көтөү буйынса талап етди буласаҡ, һәр ауылда көтөү ойошто­роласаҡ, штрафтар, баҫыуҙы тапаған осраҡта уларҙы бикләү ҙә күҙаллана. Бер-беребеҙҙе дөрөҫ аңлайыҡ, күмәк көс менән генә беҙ был проблемаларҙы йырып сыға аласаҡбыҙ, – тине Ғәлим Наил улы.


Полиция майоры Илһам Килдейәров килтергән мәғлү­мәттәр буйынса, былтыр ра­йонда 52 малға бәйле юл фажиғәһе теркәлгән. Бигерәк тә бындай хәлдәр Таштимер, Красная Башкирия, Дәүләт, Рауил ауыл биләмәләрендә йыш күҙәтелә.


“Әбйәлил районы ветеринария станцияһы” дәүләт бюджет учреждениеһы начальнигы Рәжәп Ҡарабандин аттарҙы тамғалау (чип ҡу­йыу), сит ерҙән ветеринария тикшереүе үтмәгән малды һатып алмау бурысын ҡуйҙы.


Тәртип кәрәк


Тимәк, һәр хужаның малы тамғалы булһа, ул осраҡта районда дөйөм иҫәптең дә аныҡ буласағы билдәле. Шулай уҡ ниндәйҙер юл фажи­ғәһендә малды тапатыу йәки аварияға уның ғәйепле булыу осрағы теркәлгәндә, хужа­һын табыу күпкә еңел­ләшәсәк. Ул сағында штраф һалырға йәки яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин. Кем белә, бәлки, тап шундай ҡаты язалар булғанда ғына, ат хужаһы бер аҙ уйланыр, малды ысынлап та ҡарауыл­лап торорға кәрәклеген таныр. Ә инде күптән ҡанға һең­гән, ат тибенлектә, иркен­лектә йөрөргә тейеш тигән фекер­ҙең заман үҙгәреү менән юҡҡа сығыуын аңлар.


Шулай уҡ йылҡысылыҡ йүнәлешендә эшләгән йүн­сел­дәр ҙә үҙ фекерҙәрен бел­дерҙе, теләктәрен әйтте. Әйт­кәндәй, уларҙың күпсе­леге был йәһәттән эш баш­лаған да инде. Көтөү өсөн уларҙың үҙ ерҙәре һәм көтөүселәре бар.


Әле әйтеп үтеүебеҙсә, быйыл Әбйә­лил ере республика буйынса ҡымыҙ етеште­реүселәр конкурсын ҡабул итә. Былтыр “Йоматау” ши­фа­ханаһында үткән ярышта Рөстәм Мәхийәнов етеш­тергән ҡымыҙ иң тәмлеһе тип танылды. Бөгөн мәртә­бәле сараны ҡабул итеү буйынса эш башланған.


Нисек кенә булмаһын, шәхси ихаталағы ҡаҙмы, һыйырмы йәки атмы – улар өсөн яуаплылыҡ уның хужа­һы иңендә, шуға күрә мал көтәһең икән, күршеләреңә, ауылыңа ғына түгел, ауыл хужалығы культураларына, тәбиғәткә лә зыян килтер­мәҫкә тейешһең. Ә бының өсөн ни бары малыңдың иҫәбен йәшермәй, көтөүгә бирергә кәрәк.


Ғәмһеҙ хужаларҙы бер аҙ уятыу өсөн иң ҡаты язаларҙы ҡулланыу мәле еткәндер. Малдан табыш алырға теләй икәнһең, бар ҡанундарҙы ла теүәл үтә. Тап шундай фе­кер­ҙәр яңғыраны Әбйәлилдә үткән кәңәшмәлә. Нисек кенә булмаһын, бөгөн ауыл ерендәге халыҡ өсөн көнүҙәк проблеманы хәл итеүгә бөтә органдар ҙа йәлеп ителергә тейеш. Ауыл кешеләре элек-электән күпләп мал тотоп, уның көсөнә таянып йәшәгән. Артабан да шулай булыр, әммә һәр ерҙә тәртип урынлашырға тейеш.


Әбйәлил районы.
Читайте нас: