Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 11:34

Яңы системаны тиҙ үҙ иттек

2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун ғәмәлгә инде. Халыҡ араһында “сүп-сар реформаһы” тип нарыҡланған яңы ҡанун республика халҡы тормошона ыңғай үҙгәрештәр индереүгә йүнәлтелгән.

2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун ғәмәлгә инде. Халыҡ араһында “сүп-сар реформаһы” тип нарыҡланған яңы ҡанун республика халҡы тормошона ыңғай үҙгәрештәр индереүгә йүнәлтелгән.


Ғөмүмән, ҡануниәт сүп-сар менән эш итеүҙең яңы төрлө алымдарын күҙаллай. Мәҫәлән, Башҡортостан биш зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайланды. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, сортҡа айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә. Коммуналь квитанцияларҙа “ҡалдыҡтар” тигән пункт та барлыҡҡа килде. Әлбиттә, нисек кенә булмаһын, тәүге сиратта тoрлаҡ хужаларына сүп-сар туплау мәҙәниәтенә өйрәнергә тура киләсәк. Унан тыш, был юҫыҡта йүнсел кешеләрҙең дә аҡса эшләү мөмкинлеге бар. Бигерәк тә көнкүреш ҡалдыҡтарын сортҡа айырып йыйғанда.
Дәүләкән районы, яңы реформаны эләктереп алып, уңышлы тормошҡа ашыра башлаусы төбәктәрҙән. Бында яңы системаға күсеүгә әҙерлек 2018 йылда уҡ башланған. Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы үткәргән конкурс һөҙөмтәһендә “Экология Т” компанияһы төбәк операторы тип билдәләнгән. Был предприятие көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнешенең бар этаптары – йыйылған урындан транспортиров­калауҙан башлап полигонға алып барғанға тиклем яуап бирә. Төбәк операторының биләмәһенә, Дәүләкән районынан тыш, республиканың тағы ла туғыҙ районы инә.
Дәүләкән районында эш ойошҡан рәүештә барыуы, урындағы властарҙың һәм халыҡтың яңы реформаға яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһендә төбәк республикала контейнерҙар урынлаштырыу йәһәтенән лидерҙар рәтенә сыҡҡан. Әлеге ваҡытта районда 254 сүп-сар йыйыу урынында 879 контейнер ҡуйылған. Тиҙҙән тағы ла 300 контейнер ҡуйыу планлаштырыла.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу графигы төбәк операторы менән килешеп билдәләнгән. Мәҫәлән, ауылдарҙан аҙнаһына бер тапҡыр “Горкомсервис” муниципаль предприятиеһы сүп-сарҙы сығара, ә Дәүләкән ҡалаһында был эш төбәк операторы тарафынан көн һайын башҡарыла.
Күп фатирлы йорт ихаталарында бактар ҡуйылған, контейнер майҙансыҡтары йыһазландырылған. Әлбиттә, халыҡ араһында аңлатыу эштәре лә алып барыла: сүп-сарҙы айырым йыйыу һәр йәһәттән отошло.
Шәхси йорттар урынлашҡан урамдарға килгәндә, ғинуарҙан алып 100-ҙән ашыу контейнер ҡуйылған. Тиҙҙән тағы 300 контейнерҙы файҙаланыуға тапшырмаҡсылар. Уларҙың ҡуйылыу урынын халыҡ менән кәңәшләшеп хәл итәләр: йыйылыш үткәрелә, һөйләшеүҙәр ойошторола, телефон һәм социаль селтәрҙәр аша ла аңлатыу эштәре алып барыла. Әлегә контейнер ҡуйылмаған урындарҙа сүп-сарҙы тоҡҡа йыялар.
Әлбиттә, һәр яңылыҡ халыҡ тарафынан тәүҙә бер аҙ шикләнеп ҡабул ителә, атап әйткәндә, “сүп-сар” реформаһы ла күп бәхәс тыуҙырҙы. Ысынбарлыҡта иһә, ул фәҡәт тирә-йүн, йәшәгән төбәгебеҙ таҙа һәм матур булһын өсөн эшләгән ғәмәл.


Дәүләкән районы
Читайте нас: