Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2019, 12:19

Протез аяҡлы ҡурсаҡ

Бөгөн донъяла ҡурсаҡтарҙың ниндәйе генә юҡ! Ашай торғаны, һөйләшкәндәре, атлап йөрөгәндәре лә... Оҙаҡламай АҠШ-та инвалид Барби ҡурсаҡтары барлыҡҡа киләсәк.

Бөгөн донъяла ҡурсаҡтарҙың ниндәйе генә юҡ! Ашай торғаны, һөйләшкәндәре, атлап йөрөгәндәре лә... Оҙаҡламай АҠШ-та инвалид Барби ҡурсаҡтары барлыҡҡа киләсәк.


Ҡурсаҡтар протез аяҡлы һәм инвалид коляскаһында ултырған рәүешле яһаласаҡ. Яңы төр уйынсыҡ ауырыу, ғәрип балаларға дуҫ, был донъяла үҙҙәрен яңғыҙ итеп тоймаҫҡа психологик ярҙам буласаҡ тип аңлата белгестәр.


Фото: people.com.
Читайте нас: