Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2019, 17:27

Юлға иғтибар артҡандан-арта

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, быйыл Башҡортостанда ҡасабаларға, шулай уҡ яңы биҫтәләргә 1850 саҡрымлыҡ юл һалынасаҡ.

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, быйыл Башҡортостанда ҡасабаларға, шулай уҡ яңы биҫтәләргә 1850 саҡрымлыҡ юл һалынасаҡ.


2025 йылға тиклем иһә биләмәләргә илткән 3,5 мең километрлыҡ, урамдарҙа 7,8 мең саҡрымлыҡ юл төҙөү күҙаллана. Юлдың бер саҡрымы 505 мең һумға төшә. Аҡса Юл фондында бүленгән. Әле унда алты миллиард һум тупланған. Федераль ҡаҙна һәр муниципалитетҡа өҫтәмә рәүештә 10 миллион һум бүлә.


Юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса эш 1 июндә башлана һәм 15 ноябрҙә тамамлана.



Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас: