Бөгөн Өфөлә “Башҡортостан ихаталары” республика программаһы башланғыс алды. Иң беренсе объекттар – Дыуан бульварындағы 22/1-се һәм 24/1-се йорттар ихатаһында. Уларға капиталь ремонт яһаласаҡ.
Проектты асыу тантанаһында Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Таһиров, Киров районы торлаҡ-хужалыҡ идаралығы директоры урынбаҫары Илшат Мөслимов, подрядсы ойошма вәкилдәре, күп фатирлы йорт һәм подъездар рәйестәре ҡатнашты.
– Баш ҡаланың Киров районында әлеге программа буйынса 36 күп фатирлы йорттоң 19 ихатаһы ремонтланасаҡ. Шуныһы мөһим, бында йәшәгәндәр ремонт барышын күҙәтә һәм уның дауамында иҫкәрмәләрен һәм тәҡдимдәрен индерә аласаҡ, – тине Салауат Таһиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, программа сиктәрендә республиканың 63 муниципалитетында 480 ихатаны ремонтлау планлаштырыла. Эш сентябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге Киров районы хакимиәте төркөмөнән.