Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2019, 23:37

Быйыл һикһән подъезд яңыртыла

Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлау буйынса программаны тормошҡа ашырыуға сибайҙар ҙа әүҙем ҡушылды. Быйыл ҡалала күп ҡатлы 25 йорттоң 80 подъезы рәткә килтереләсәк.

Фото “Атайсал” гәзите сайтынан.
Фото “Атайсал” гәзите сайтынан.
Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлау буйынса программаны тормошҡа ашырыуға сибайҙар ҙа әүҙем ҡушылды. Быйыл ҡалала күп ҡатлы 25 йорттоң 80 подъезы рәткә килтереләсәк.


Программаға ярашлы, өҫтәүенә ихаталарҙы төҙөкләндереү мөмкинлеге лә бирелә.

Билдәле булыуынса, подъездар республика һәм муниципаль ҡаҙна иҫәбенә ремонтлана. Йорттарҙың идарасы компаниялары фатирҙарҙа йәшәүселәрҙән сығым талап итмәй. Ремонт өсөн ай һайын түләп барған аҡсаны торлаҡ милекселәре икенсе маҡсатта тотона ала. Мәҫәлән, ихата эсендәге юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямауға, йә иһә автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыуға йүнәлтергә мөмкин.


Ҡала хакимиәте етәкселеге фатир хужаларына идарасы компания менән берлектә йыйылған аҡсаны дөрөҫ файҙаланыу сараларын күрергә тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә йорттоң подъездарын да, ихаталарын да төҙөкләндерергә мөмкин.

Читайте нас: