Башҡортостан
-3 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
21 Май 2019, 22:43
Әмзәлә – янғынға ҡаршы хеҙмәт
Нефтекама ҡалаһының Әмзә ауылында янғынға ҡаршы хеҙмәт булдырыла.
Фото: pravitelstvorb.ru
Нефтекама ҡалаһының Әмзә ауылында янғынға ҡаршы хеҙмәт булдырыла.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың Янғынға ҡаршы хеҙмәт дәүләт ҡаҙна учреждениеһында штатты 18 берәмеккә арттырып, һөҙөмтәлә Нефтекама ҡалаһының Әмзә ауылында уның бүлексәһен булдырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
2018 йылдың 14 декабренән унда республика Янғынға ҡаршы хеҙмәтенең ваҡытлыса айырым посы эшләй ине.
Әмзә ауылы Нефтекаманан 21 саҡрым алыҫлыҡта, урманлы ерҙә, Буй һәм Әмзә йылғаларының һул яҡ ярында урынлашҡан. Халҡы – 5 мең тирәһе кеше. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, сәнғәт мәктәбе, мәҙәниәт йорто, дауахана, шулай уҡ күп фатирлы йорттар бар.
Әмзә аша тимер юл магистрале үтә. Һөҙөмтәлә ошо яҡҡа саҡырыу буйынса килгән янғын һүндереүселәр был юл аша сыға торған ерҙә 40 минутҡа тиклем көтөргә мәжбүр булған. Яңы асылған айырым пост был хәлде яйға һаласаҡ.
Билдәле булыуынса, күптән түгел ил Президенты Владимир Путин бизнес-омбудсмен Борис Титов менән осрашыуҙа янғын һүндереү хеҙмәте составын, техник ҡоралланыуҙы арттырыу хаҡында сығыш яһаны, бының комплекслы бурыс булыуын билдәләне.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.