Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2019, 16:30

Алты игеҙәк тыуған

Польшаның Краков ҡалаһында бер әсә алты игеҙәк бала тапҡан. Сабыйҙарҙы операция менән алғандар. Дүрт ҡыҙ һәм ике малай донъяға килгән. Иң ҙуры – 1200, иң кесеһе 800 грамм булып тыуған.

Польшаның Краков ҡалаһында бер әсә алты игеҙәк бала тапҡан. Сабыйҙарҙы операция менән алғандар. Дүрт ҡыҙ һәм ике малай донъяға килгән. Иң ҙуры – 1200, иң кесеһе 800 грамм булып тыуған.
Кескәйҙәрҙе инкубаторға урынлаштырғандар.
Әйткәндәй, алты игеҙәк бала табыу донъяла һирәк осрай торған күренеш. Һуңғы тапҡыр 1997 йылда АҠШ-тың Айова штатында дүрт малай һәм ике ҡыҙ донъяға килгән.