1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, баш ҡалалағы Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙанда ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Сараны Өфөләге ата-әсәләр комиссияһы ойоштора.
Бәләкәстәрегеҙ менән килегеҙ, бергә төрлө халыҡ уйындарын уйнап, йырҙар йырлап, шиғырҙар ятлап, матур бүләктәр алып ҡайтырһығыҙ. Өҫтәүенә, был көндө төрлө милли оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштороласаҡ.