Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2019, 19:41

Күршеһен үлемдән ҡотҡарған

Кисә көндөҙ Максимовка ауылы янындағы баҡса өйөндә янғын сыға. Был турала хәбәрҙе алыу менән янғын һүндереүселәр урынға юллана. Саҡырыуҙан һуң 40 минут та үтеп өлгөрмәй, янғын һүндерелә.

Кисә көндөҙ Максимовка ауылы янындағы баҡса өйөндә янғын сыға. Был турала хәбәрҙе алыу менән янғын һүндереүселәр урынға юллана. Саҡырыуҙан һуң 40 минут та үтеп өлгөрмәй, янғын һүндерелә.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уттан зыян күргән кеше лә бар. Янғынды үҙаллы һүндерергә тырышҡан 1939 йылғы ҡатын бешә һәм “ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре уны Өфөнөң 18-се дауаханаһына оҙата.


Әйткәндәй, ҡатын өсөн янғын эҙемтәләре күпкә насарыраҡ булыуы ла ихтимал ине. Ни бары ҡыйыу күршеһенең ярҙамы менән уның үлемдән ҡалғаны асыҡланды. Күршеләрҙә ут сығыуын күреп ҡалған Флүзә Мөғимова, йорттан ҡысҡырған тауыш ишетеп ҡала. Ул күп тә уйлап тормай, бөтә майҙанын ут ялмап алған өйгә инеп китә һәм иҙәндә ятҡан күршеһен үҙ өҫтөндә алып сыға. Шунда уҡ янғын һүндереүселәргә шылтырата.


Үҙ ғүмерен уйламай ярҙамға ташланған Флүзә Ғалим ҡыҙын Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы наградаға тәҡдим итмәксе.


Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: