Европаларҙан беҙ кәмме ни?
Ер шары сүп-сарға көндән-көн күмелә, хатта океан-диңгеҙҙәр күрер күҙгә күренмәҫ тонналап ҡалдыҡтарҙы үҙенә йәшерә, тупраҡ йылдар буйына йыйылған полиэтилен, пластмассаны “йота” алмай тонсоға, тип күптән инде саң ҡаға экологтар. Планетабыҙ сүп-сарға тамам батмаһын, киләсәк быуындар ҙа ер-һыу ҡәҙерен белеп үҫһен өсөн, ғөмүмән, сәләмәтлекте һаҡлау, тирә-яҡ мөхитте йәмләү, баһалау хаҡына барлыҡҡа килде лә инде илебеҙҙә сүп-сар реформаһы.
Беҙ барыбыҙ ҙа ҡулланған әйберҙәребеҙҙе утилләштерергә кәрәклекте аңларға тейешбеҙ. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәйҙәге сүп-сар өйөмдәре дүрт миллион гектарға яҡын ерҙе биләй, был Швейцария һәм Нидерланд биләмәләренә тиң. Өҫтәүенә полигондарҙы файҙаланыу ваҡыты тамамлана, сүп-сар торған һайын яңы ерҙәрҙе “яулай”. Ошоға тиклем илдә ҡалдыҡтар менән эшләү сәйәсәте алып барылманы, ә бит уның киләсәктә ярайһы табыш килтергән тармаҡҡа әүерелеүе бик ихтимал.
Реформаға ярашлы, республикабыҙҙа ла был йәһәттән тәүге аҙымдар яһала, ҡалдыҡтарҙы сортҡа айырған, эшкәрткән өс экотехнопарк төҙөү планлаштырыла. Ә урындарҙа хәл нисек? Европа кимәлендә эште ойоштороу өсөн беҙгә күпме ваҡыт кәрәк булыр? “Теге”ләрҙәге таҙа урамдарға, төҙөк ҡалаларға, сүп-сарҙы мотлаҡ сортҡа айырып, уны аҡсаға әйләндереү оҫталығына ҡарап, әлегә беҙгә һоҡланырға, ғәжәпләнергә генә ҡала. Ә бит ҡалдыҡтар менән оҫта эш итеүгә улар ҙа байтаҡ йылдар дауамында килгән, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн яңы юлдар эҙләгән, юлға һалған һәм һөҙөмтәгә өлгәшкән. Барыһына ла ваҡыт, теләк кәрәк.
Йәмле Ҡыйғы тарафтарына сәфәр барышында 2019 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә ингән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең өр-яңы системаһы хаҡында ла белештек, халыҡтың уға мөнәсәбәте, кәйефе менән таныштыҡ. Дөйөмләштереп әйткәндә, донъябыҙҙы йәмһеҙләгән сүп-сарҙан арыныуға, тәртип урынлаштырыуға кем ҡаршы булһын инде?
– Был эште элегерәк башлағанда яҡшыраҡ булыр ине, әлбиттә. Күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә, – тине Ҡыйғы районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Таһир Хәбиров. – Әммә бөтә тейешле майҙансыҡтарҙың, кәрәкле контейнер-бункерҙарҙың әҙер булмауы, аҡсаға ҡытлыҡ эште тотҡарлай. Халыҡҡа матди яҡтан ауырлыҡ килмәһен өсөн контейнер майҙансыҡтарын эшләү, хеҙмәтләндереү муниципалитеттарға йөкмәтелде, был хеҙмәттәргә киткән сығым тарифҡа индерелмәгән.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу, транспорт менән ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу төбәк операторҙары иңендә. Былтыр сентябрҙә Рәсәй Хөкүмәтенең контейнер майҙансыҡтарын муниципалитеттарға беркетеү тураһындағы ҡарары сыҡты, әммә сүп һауыттарының үҙен кем һатып алырға тейешлеге тураһында һүҙ булманы. Торлаҡ кодексында, уларҙы һатып алыу – идарасы компанияларҙың бурысы, тип әйтелә-әйтелеүен, әммә ауыл ерендә бындай идарасылар булманы, сүп-сар йыйыу ойошторолманы, кем нисек, ҡайҙа теләй шунда түкте. Хәҙер ошо “аҡ таптарҙы” бөтөрөү, ойоштороу, халыҡ араһында аңлатыу эшен алып барыу ауыл биләмәләре етәкселәре яуаплылығында.
“Махсус хужалыҡ” муниципаль предприятиеһының төбәк операторы вәкиле Вячеслав Ибәтуллин предприятиелар менән килешеүҙәр төҙөү, ошо мәсьәлә буйынса дәғүәләрҙе тикшереү, ҡалдыҡты ваҡытында өҙөклөкһөҙ сығарыу эштәрен ойоштора. Үрге Ҡыйғыға ингән ерҙә күҙгә ташланған ҙур полигондың яҙмышы менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. Әлегә ул ваҡытлыса файҙаланыла, тирә-яғы уратып алынған. Бөтә ҡалдыҡ төбәк операторы тарафынан Мәсәғүттәге полигонға илтелә. Вячеслав Рульянович әйтеүенсә, төньяҡ-көнсығыш төбәктә өр-яңы сүп-сар туплау майҙаны булдырыласаҡ, сортҡа айырыу эшендә ҡул хеҙмәте файҙаланыласаҡ. Ә киләсәктә ауылдарҙа ла сүп-сарҙы айырым йыйыу технологияһы ҡулланылыуы ихтимал.
– Һәр береһе һигеҙ кубометр күләмле 36 бункер урынлаштыра башланыҡ. Аҙаҡ контейнер майҙансыҡтары төҙөләсәк. Уны эшләүҙең дә үҙ рәте, тәртибе бар. Өс яҡтан кәртәләнергә, ныҡлы нигеҙе булырға тейеш. Уларҙы ҡайҙа ҡуйыу мәсьәләһен биләмәлә йәшәгән граждандар йыйында хәл итә, сөнки, күреүебеҙсә, бер кем дә өйө эргәһенә сүп-сар ташыуҙы өнәмәй. Барыһын да уртаға һалып һөйләшергә, кәңәшләшеп эшләргә кәрәк, – ти Йыланлы ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе Әнүр Шәңгәрәев.
Һәр биләмәгә бүленгән 500 мең һумды уйлап, маҡсатлы файҙаланырға тырышһалар ҙа, бер ни тиклем бурысҡа батырға ла, һәр береһе 34-35 мең тирәһе торған контейнер етештереүҙе үҙ өҫтәренә алырға ла тура килгән. Реформаға әҙерлекһеҙ, аҡсаһыҙ килеп инеү эште тотҡарлаһа ла, уның етди, мөһим бурыс икәнен ҡыйғылар яҡшы аңлай. Планда ғәйәт ҙур эштәр теркәлгән: иҫке сүплектәрҙе күмеү, тулыһынса ябыу өсөн байтаҡ көс түгәһе бар. “Бер йылдан һуң һәр биләмәлә контейнер майҙансығы торорға, сүп-сар үҙ ваҡытында полигонға сығарылырға тейеш. Әлегә бөтә шәхси эшҡыуарҙар менән дә килешеү төҙөлөп бөтмәгән”, – ти Вячеслав Рульянович.
Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Натик Арзуман улы әлегә техниканың етешмәүе, йөк ташыусыларҙың өлгөрмәүен дә йәшермәне. Билдәле инде, әле бөтә ерҙә тигәндәй яҙғы өмәләр дауам итә, ҡороған ағас, ҡыуаҡ ботаҡтары, ҡышҡы осорҙа йыйылған ҡый ифрат күп.
Натик Шәмиев беҙҙе өр-яңы контейнерҙар теҙелгән майҙанға алып килде. Һыу йыйылып тормаһын өсөн был тимер ҡаптарҙың төбөн бер нисә урындан тишергә лә кәрәк икән. “Үрге Ҡыйғыла алты бункер, 17 контейнер урынлаштырҙыҡ, ә күп фатирлы йорттарға 39 контейнер ҡуйылды. Беҙ барыбыҙ ҙа ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереү, һау-сәләмәт, имен мөхит булдырыу яғында. Бынан өс йыл элек торлаҡ-коммуналь хужалыҡ йүнәлеше буйынса республикала “Иң төҙөк ауыл биләмәһе” исеменә лайыҡ булдыҡ, әле лә абруйҙы төшөрөргә, һынатырға уйыбыҙ юҡ.
Эш барышында хаталар төҙәтелер, етешһеҙлектәр бөтөрөлөр, иң мөһиме, халыҡ сараның әһәмиәтен яҡшы аңлай.
Бер һүҙ менән әйткәндә, эшебеҙ тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Ҡулдан килмәҫ, китәйемме әллә, тип уҡталып та ҡуйғайным, ебәрмәйҙәр. Хәҙер инде “боҙҙоң” урынынан ҡуҙғалғанын тойғас, һөҙөмтәһен дә күреп ҡыуанғы килә”, – тип һүҙен шаяртыуға борҙо Натик Арзуман улы.